Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҘРАС МУЛЛАҠАЕВ

Просмотров: 1353

ҠЫҘРАС МУЛЛАҠАЕВ (?—1789), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорто. Тархан. Поход старшинаһы (1767). Ҡара-Табын улусы старшинаһы, Нуғай даруғаһының баш старшинаһы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1731 й. А.И.Тәвкилев етәкс. Рәсәй илселеге составында Кесе ҡаҙаҡ йөҙөндә була. 1767 й. алып Ырымбур сик һыҙығында башҡ.-мишәр командаларына етәкселек итә. Пугачёв ихтилалына 1773 й. көҙөндә ҡушыла. Дек. башлап Өфөнө ҡамауҙа ҡатнаша, Ҡаранай Моратов отряды составында Минзәлә янында һуғыша. 1774 й. башынан Ҡазан губернаһы Алабуға а. ҡамауҙа ҡатнаша, Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре тирәһендә Ю.Б.Бибиков һәм А.Л.Ларионов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Яҙын ихтилалдан ситләшә, 8 апр. В.И.Торновтың баш күтәреүселәр отрядын ҡыйрата. Йәйен йәнә ихтилалға ҡушыла. 5 июлдә Өфө провинцияһының Стәрлетамаҡ пристане янында П.М.Голицын етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы яуҙа ҡатнаша. Һуңыраҡ Ҡәйеп Ейәнбәтов м‑н берлектә хөкүмәт ғәскәрҙәре яғына сыға. Авг. Ҡәнзәфәр Усаевты әсирлеккә ала. Дек. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. 1775 й. яҙында иреккә сығарыла. Ҡара- Табын улусы старшинаһы һәм Нуғай даруғаһының баш старшинаһы вазифаларында ҡала. Шул уҡ улустың Ҡыҙрас а. Ҡ.М. исеме м‑н аталған (Дәүләкән р‑ны Ҡыҙрас а.).

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019