Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЛОЙ БАЛТАСОВ

Просмотров: 1029

ҠОЛОЙ БАЛТАСОВ, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Балтас (Ҡолой) а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.) башҡорто. Ҡыр-Танып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ҡара-Табын) улусы старшинаһы. Речь Посполитаялағы 1768—72 йй. Бар конфедерацияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. 1761—71 йй. Себер һәм Ырымбур сик һыҙыҡтарында бер нисә тапҡыр башҡ. командалары башында тора. 1772 й. ғин. алып рус армияһының Польша экспедиция корпусында Башҡ. ғәскәренә (3 мең кеше) етәкселек итә. 1773 й. нояб. аҙ. — 1774 й. мартында Өфөнө баш күтәреүселәрҙән обороналауҙа ҡатнаша. Яҙын Ҡ.Б. отряды (200 кеше) И.И.Михельсон һәм О.И.Дуве етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре составында Ҡазан даруғаһында һәм Уҫы даруғаһында һуғыша. Май—июндә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында (Бөрө, Әңгәсәк шарап ҡыуыу з‑ды, Ағиҙел, Кама, Танып кисеүҙәре янында) баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Сент. уртаһынан Ишмөхәммәт Сөләймәнов (ҡара: Диваевтар) м‑н берлектә И.К.Рылеев етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре составында һуғыша. 22 сент. Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Нөркә а. (Балтас р‑ны) янында Салауат Юлаев ғәскәренә ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1775 й. башында Сенаттың Йәшерен экспедицияһы ойошторған баш күтәреүселәрҙе тикшереү барышында шаһит була. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Көмөш ҡорал м‑н бүләкләнгән. Ҡ.Б. башҡ. халҡының “Салауат менән Балтас” риүәйәтендә телгә алына.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019