Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАПАДНЫЙ, Благовар р-нындағы ауыл

Просмотров: 680

ЗАПАДНЫЙ, Благовар р-нындағы ауыл, Ҡашҡалаша а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 100 кеше; 1920 — 166; 1939 — 135; 1959 — 263; 1989 — 201; 2002 — 232; 2010 — 256 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡашҡалаша урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20‑се б. башында Өфө өйәҙендә Украинанан күсеп килеүселәр Барвенковский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. БашҮБК ис. совхоз ойошторолғандан һуң, С‑здың көнбайыш бүлексәһе ҡасабаһы тип үҙгәртелә. 1972 й. “Благоварский” с‑зының көнбайыш бүлексәһе булараҡ теркәлгән. 1997 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: