Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШКИЛДЕ, Әбйәлил р-нындағы ауыл

Просмотров: 797

ИШКИЛДЕ, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Буранғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Көрәк й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 215 кеше; 1920 — 306; 1939 — 187; 1959 — 131; 1989 — 184; 2002 — 195; 2010 — 234 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Буранғол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1834 й. Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Юнай а. (хәҙ. Юлдаш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й. алып билдәле). Ишкилде Йосопов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Көрәк, Керәк исемдәре м‑н теркәлгән. 1866 й. 30 йортта 155 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: