Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМОРАТ, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 855

ИШМОРАТ, Йәләндебаш, Нуриман р‑нындағы ауыл, Иҫке Исай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Йәләнде й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 386 кеше; 1920 — 585; 1939 — 528; 1959 — 474; 1989 — 249; 2002 — 223; 2010 — 223 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Күл урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 70‑се йй. Өфө өйәҙе Бүләкәй‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 60 йортта 340 кеше йәшәгән. 1906 й. И. (Йәләндебаш) мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Ф.К.Заһирова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: