Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМӨХӘМӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1046

ИШМӨХӘМӘТ, Ҡарамалы, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмөхәмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 31 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Оло Уртаҙым й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 393 кеше; 1920 — 547; 1939 — 282; 1959 — 276; 1989 — 528; 2002 — 562; 2010 — 526 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1833 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Исмаҡай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ишмөхәмәт Бикчәнтәев исеме м‑н аталған. 1866 й. И. (Ҡарамалы) исеме м‑н теркәлгән, 55 йортта 321 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. М.Ғ.Усманова ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: