Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕЙЕКБАЙ, Баштире, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 856

КЕЙЕКБАЙ, Баштире, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Кейекбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Белорет т. юл ст. 161 км алыҫлыҡта Ҡурығас й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 225 кеше; 1920 — 388; 1939 — 171; 1959 — 91; 1989 — 236; 2002 — 280; 2010 — 296 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1834 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Әтек а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Аҫаба Кейекбай Юлтимеровтың исеме м‑н аталған. 1866 й. 46 йортта 261 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: