Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОСТАРЕВ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 630

КОСТАРЕВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Силантьев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 103 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 953 кеше; 1920 — 823; 1939 — 1014; 1959 — 699; 1989 — 274; 2002 — 194; 2010 — 210 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1818 й. Бөрө өйәҙендә Бөрө ҡ. яһаҡлы һәм дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Филипп Костарев фамилияһы м‑н аталған. Шулай уҡ Бугры булараҡ теркәлгән. 1865 й. 88 йортта 577 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, 2 май һығыу з‑ды, ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Е.П.Шерстобитов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: