Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУНАҠБАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 613

ҠУНАҠБАЙ, Даңғыр, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ермолаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. 20 км алыҫлыҡта Ҡунаҡбай й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 438 кеше; 1920 – 441; 1939 – 204; 1959 – 322; 1989 – 208; 2002 – 172; 2010 – 108 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары ш. уҡ өйәҙҙең Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1786 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1750 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Әйүп Ҡунаҡбаев билдәле. 1795 й. 13 йортта 108 кеше йәшәгән, 1866 й. 48 йортта – 389 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән. З.Н.Йәнбирҙина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019