Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРОПАЧИНСКИЙ Пётр Флегонтович

Просмотров: 1522

КОРОПАЧИНСКИЙ Пётр Флегонтович [яҡынса 1865, Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Златоуст ҡ. (Силәбе өлкәһе) — 27.5.1943, Сиэтл ҡ., АҠШ], дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. Тау институтында (Санкт‑Петербург ҡ.) уҡыған. 1890 й. алып Бөрө һәм Бәләбәй мировой судтарында, 1894 й. Златоуст крәҫтиән эштәре буйынса өйәҙ присутствиеһында эшләй. 1894 й. башлап Златоуст өйәҙ земство башҡармаһы ағзаһы, 1898—1901 йй. рәйесе. 1905—17 йй. Өфө губерна земство башҡармаһы рәйесе, бер үк ваҡытта Өфө ҡала думаһы ағзаһы, Өфө губерна дворяндар йыйылышы депутаты, 1914 й. алып армияға икмәк һатып алыу буйынса Игенселек министрлығы вәкиле һәм Өфө губернаһы халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү буйынса Махсус кәңәшмә рәйесе. 1917 й. март—июнендә Өфө губернаһы буйынса Ваҡытлы хөкүмәт комиссары. 1920 й. алып Харбин ҡ. (Ҡытай), 1930‑сы йй. башлап Сиэтл ҡ. йәшәгән. 2‑се дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнгән (1908).

  Х е ҙ м.: Предварительные данные по экономическому исследованию проекта железнодорожного пути Оренбург—Стерлитамак—Уфа— Кунгур. СПб., 1913.

С.М.Исхаҡов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.03.2023
Связанные темы рубрикатора: