Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОСОРОТОВ Василий Емельянович

Просмотров: 790

КОСОРОТОВ Василий Емельянович (5.8.1871, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы ҡсб, хәҙ. Белорет ҡ., — 1.12.1957, Мәскәү), Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. 1906 й. алып РСДРП ағзаһы. 1883—88 йй. Белорет заводында эшләй. 1903—10 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. Думала социал-демократтар фракцияһы ағзаһы. 2‑се Дәүләт думаһының социал-демократтар фракцияһы өҫтөнән хөкөм ойоштороуға һәм революция (1905—07) осоронда ҡаза күргән халыҡҡа 1 млн һум аҡса түләү т‑дағы закон проектын ҡабул итеүгә ҡаршы сығыш яһай. МС рәйесе П.А.Столыпинға “Өфө губернаһының Ҡытау һәм Йүрүҙән заводтары эшселәренең хәле тураһында” үтенесе м‑н мөрәжәғәт итеү инициаторы. 1909 й. апр. Йүрүҙән з‑ды эшселәре алдында хөкүмәткә ҡаршы сығыш яһағаны өсөн Дәүләт думаһынан сығарыла. 1910 й. башлап Өфө, Һамар, Әстерхан ҡҡ. партия эшендә. 1917 й. алып Һамарҙа совет һәм хужалыҡ эшендә (1918 й. башлап Һамар губерна ХХС‑ы рәйесе, Һамар губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары), 1922—32 йй. Мәскәүҙә (1924 й. тиклем БАССР б‑са Тышҡы сауҙа ХК вәкиле). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1954). Белоретта урамға К. исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: История Уфы: крат. очерк. Уфа, 1976.

Д.Ғүскилдин, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019