Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЙӘНСУРА МУЗЕЙЫ

Просмотров: 1139

ЕЙӘНСУРА МУЗЕЙЫ, Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а. урынлашҡан. 1989 й. 1‑се һәм 2‑се урта мәктәптәр музейҙары базаһында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2006 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 2 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. үҙешмәкәр рәссам Н.Х.Фәйрушиндың картиналары, таксидермист Ҡ.С.Янбаевтың хайуан толоптары коллекцияһы, Эйек й. буйында табылған мамонт һөйәктәре. 4 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, этнография, халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм район тарихы бүлектәренән тора.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019