Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАДИРОВ Рафаэль Рәшит улы

Просмотров: 1392

ҠАДИРОВ Рафаэль Рәшит улы (2.9.1957, БАССР‑ҙың Ғафури районы Туғай а.), рәссам. РФ-тың (2020) һәм БР‑ҙың (2009) атҡаҙанған рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 16‑сы урта мәктәптә, сәнғәт мәктәбендә уҡыта, 1991— 92 йй. һәм 2005 й. алып картиналар галереяһы директоры (бөтәһе лә — Ишембай ҡ.).

Ҡ. ижадына ауыл тормошон, патриархаль йәшәү рәүешен матурлап биҙәп күрһәтеү, образ һәм темаларҙы фәлсәфәүи аңлау (фольклор, мифология, дин) хас: “Йәйге йоҡо” (1989), “Урал батыр” (2002). Көнсығыш арабескаһын, формаларҙы берләштереүҙе хәтерләткән һүрәттең һығылмалы баҙыҡ һыҙығы художество теленең үҙенсәлеге булып тора. Милли‑мәҙәни традициялар күсәгилешлеге темаһы дини ҡарашлы өләсәһе (“Бишек йыры”, 1987; “Үтеп барған быуат”, 2004), әсәһе (“Һөйөклө ҡатын‑ҡыҙ”, 1999; “Муза”, 2007) образдары аша асыла; уның эштәрендә “донъяуи” сюжеттар рухи күренештәр — тормош һәм үлем тураһында уйланыуҙар булып күҙ алдына баҫа (“Мәңгелек”, “Ҡунаҡ көткәндә”; икеһе лә — 1990), үҙе уйлап тапҡан универсаль матурлыҡ формулаһы сағылыш ала (“Әсәләр. Апай-һеңлеләр”, 1999; “Ер йылыһы. Ғ.Хәйәмде уҡығанда”, 2001). Байтаҡ монументаль сәнғәт әҫәрҙәре ижад итә (“Юрматы ере”, 1997, К.Ғ.Ғөбәйҙуллин менән берлектә; “Боронғо Ҡазанда һабантуй”, 2005, С.М.Ғиләжетдинов менән берлектә). Шулай уҡ баҫма һәм уникаль графикала төрлө техника файҙаланып эшләй. “Март” (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ижади төркөмө ағзаһы, Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһын төҙөү инициаторҙарының һәм ойоштороусыларының береһе (1996). 1979 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1992, 1996– 98, 2000, 2006, 2008, 2013, 2015), Ишембай (1995, 2004, 2008), Салауат, Стәрлетамаҡ (икеһе лә – 2014) ҡалаларында. Эштәре БДХМ, “Academia”, “Урал”, “Сәнғәт” галереялары (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), ТР‑ҙың Һынлы сәнғәт музейы (Ҡазан ҡ.), Новосибирск художество музейы һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Республика һәм төбәк һынлы сәнғәт күргәҙмәләре (1999— 2004, 2007, 2008), БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1997) лауреаты. 

Әҙәб.: Рафаэль Кадыров. Живопись, графика: альбом. Уфа, 2008.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Э.В.Хәсәнова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021
Шәхестәр: