Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Мәсифулла улы

Просмотров: 816

КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Мәсифулла улы (25.8.1914, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Баҡал ҡаҙна руднигы, хәҙ. Баҡал ҡ., — 19.9.1989, Өфө), сценограф. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1955). Театр эшмәкәрҙәре союзы (1947), Рәссамдар союзы (1954) ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1940) Баймаҡ колхоз-совхоз театры дир. (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1946—74 йй. БАДТ рәссамы.

БАДТ‑ла ватан һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре б‑са 30‑ҙан ашыу, ш. иҫ. У.Шекспирҙың “Отелло” (1954), Л.Н.Толстойҙың “Тере мәйет” (“Живой труп”; 1958), Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Ул ҡайтты” (1960), И.Ә.Абдуллиндың “Онотолған ант” (1967), З.А.Биишеваның “Нәҙер” (1974) спектаклдәрен биҙәй. 1938 й. алып күргәҙмәләрҙә, Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1969) ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1964, 1973). Эштәре БДХМ, А.А.Бахрушин ис. Театр музейы (Мәскәү) коллекцияларында һаҡлана.

Әҙәб.: Выставка произведений художников‑сценографов Республики Башкортостан=Башҡортостан Республикаһының сәхнә биҙәү рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2000.

Л.С.Фәрзетдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Илл.: С.М.Кәлимуллин. Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” драмаһына декорация эскизы. 1957. БДХМ

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019