КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы
КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы (7.9.1952, БАССР‑ҙың Балтас районы Түбәнге Иванай а. — 27.11.2021, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2012), атҡаҙанған (2003) рәссамы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1980; педагогтары В.Я.Батищев, Р.М.Нурмөхәмәтов) 1996 й. тиклем Башҡортостан ижади‑производство комбинаты рәссамы, бер үк ваҡытта 1994—2004 йй. (өҙөклөк менән) ӨДСА‑ла, 1984—2003 йй. һәм 2004—17 йй. Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.
Башлыса станокта башҡарылған (графика, рәсем сәнғәте) һәм монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. К. эштәрендә образдар характеристикаларының тәьҫирлеге талғын һәм ритмлы һыҙғыланған һыҙыҡтар менән өлгәшелә (“Башҡортостан моңдары” витражы, 1984, Башҡорт филармонияһы). Станокта башҡарылған эштәре стилистикаһы буйынса төрлө: тәүге осорҙағы һүрәттәрендә “ҡырыҫ стиль” йоғонтоһо һиҙелә, уларға һындарҙың ҡатып ҡалыуы, тыйнаҡ колорит хас («“Уңыш” колхозы һауынсылары», 1988); традицион пейзаждар (“Ҡышҡы ауыл”, 1989) — шартлы рәүештә хәл ителгән киңлек һәм символ мәғәнәһендәге төҫтәрҙә ижад ителгән кубофутуристик фантазиялар менән (“Мари ауылы өҫтөнән өйрәктәрҙең осоуы”, 1992), етди портреттар (“Балта оҫтаһы Рафаил”, 1988) тематик картиналарҙың образ-символдары (“Ҡорбан килтереү”, 1993) менән алмашына. Милли сығанаҡты аңлау ҡыҙыл төҫ өҫтөнлөк иткән колориттың декоратив сағыулығында күренә (“Мари йолалары” литографиялар серияһы, 2002). “Ер рухы” (1995, БДУ) триптихы, “Йондоҙлоҡ” (2002, БАДТ; икеһе лә — Р.С.Зәйнетдинов менән берлектә) картинаһы реалистик алымда яҙылған. Шулай уҡ сценография һәм китапты иллюстрациялау өлкәһендә эшләй. “Бизмән” (1994; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ижади төркөмө ағзаһы. “Ший Кандыра” Төбәк мари бейеүҙәре фестиваль‑конкурсын үткәреү инициаторы (2011 й. алып). 1979 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Благовещен (1999), Өфө (2002, 2012), Йошкар‑Ола (2005) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Милли музей, Мари Эл Республикаһының Т.Евсеев исемендәге Милли музейы, Мари Эл Республикаһының һынлы сәнғәт музейы (икеһе лә — Йошкар-Ола ҡ.) коллекцияларында, Рәсәй галереяларында һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
БР‑ҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының Республика фәнни‑методик эштәр конкурсы (Өфө ҡ., 2011) лауреаты, БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1995).
Хеҙм.: Башкирская школа живописи: история. 2-е изд. Уфа, 2012.
Әҙәб.: Георгий Калитов. Монументальное искусство. Живопись. Графика. Сценография: каталог /авт.‑сост. К.С.Гусева. Уфа, 2002.
К.С.Йәһүҙина
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова
Илл.: Г.Ғ.Калитов. Верификация. 1994
П.: Г.Ғ.Калитов