Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРОЛЕВСКИЙ Алексей Григорьевич

Просмотров: 1082

КОРОЛЕВСКИЙ Алексей Григорьевич (13.9.1941, Өфө ҡ. — 18.8.2013, шунда уҡ), график. РФ‑тың (2008), БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1970). Свердловск художество училищеһын тамамлаған (1963; педагогтары: Н.Г.Чесноков, С.П.Ярков). 1964 й. алып Өфө ҡ. эшләй, 1967—84 йй. Башҡортостан ижади‑производство комбинаты рәссамы. Төрлө техника файҙаланып баҫма (башлыса линогравюра, пластикалағы гравюра) һәм уникаль графикала эшләй. Эштәрендә хәҙерге заман сәнғәтенең новаторлыҡ тенденциялары менән классик гравюраның традицион алымдары тәбиғи яраша; улар образдарҙың тормошсан булыуы, монументаллек, экспрессивлыҡ, композицияларының күп планда хәл ителеүе, бушлыҡтың шартлы рәүештә ойошторолоуы, силуэттарҙың дөйөмләштерелеүе менән айырылып тора. 500‑ҙән ашыу китапты (ҡара: Китап графикаһы), ш. иҫ. Ғ.Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә” (1977), Ш.Петёфиҙың “Йәшәү һәм үлем” (“Жизнь и смерть”, 1980), Я.Х.Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” (1983), А.К.Толстойҙың “Кенәз Серебряный” (“Князь Серебряный”, 1990) әҫәрҙәрен биҙәй һәм уларға иллюстрациялар яһай. Станокта башҡарылған графика эштәре араһында тематик композициялары (“Башҡортостан — тыуған ерем”, 1969; “ХХ быуат — һынауҙар һәм еңеүҙәр осоро”, 1978; циклдары), образдары юғары хис тойғолар менән һуғарылған А.И.Хохлов (1985), С.Т.Аксаков (1992), Кинйә Арыҫланов (1997), Аҡмулла (2006) портреттары айырылып тора. Көнүҙәк социаль мәсьәләләр плакаттарында сағылған. 1964 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө ҡ. (1970, 2001). Эштәре БДХМ, Милли музей, Венгрия милли музейы (Будапешт ҡ.) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

  Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно-прикладное искусство: кат. выст. /авт.‑сост. С.В. Игнатенко. Уфа, 2005.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: А.Г.Королевский. Алыш алдынан. Пластикалағы гравюра. 2006

 

 

Л.Н.Попова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.09.2022
Связанные статьи: