Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЗАМАН—БАШҠОРТОСТАН”

Просмотров: 1092

ЗАМАН—БАШҠОРТОСТАН” (“Zaman—Башҡортостан”), халыҡ‑ара ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — “Феза” АЙ (Төркиә). 1993 й. майынан 2003 й. февр. тиклем Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ, башҡ., татар һәм төрөк (2001 й. нояб. тиклем) телдәрендә сыға. Гәзит биттәрендә төрки халыҡтарҙың тормошо, ислам нигеҙҙәре һәм әхлаҡи ҡиммәттәре яҡтыртыла; хеҙмәттәшлек, үҙ‑ара ярҙам, толерантлыҡ идеялары пропагандалана. Рубрикалары: “Рухиәт донъяһы”, “Беҙҙең тирәләге донъя”, “Белем”, “Иҡтисад” һ.б. Мөхәррирҙәре: Д.Д.Мәһәҙиев (1993 й. алып), С.Г.Сабирйәнова (1994 й. алып), Ф.Д.Рафиҡова (1997—2002).

А.Й.Зарипов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019