Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЗИАНЧУРИНСКИЕ ЗОРИ”

Просмотров: 1064

“ЗИАНЧУРИНСКИЕ ЗОРИ” (“Ейәнсура таңдары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ейәнсура таңдары” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Ейәнсура р‑нының Иҫәнғол а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1932 й. мартынан Ейәнсура а. (Ырымбур өлк.) башҡ. телендә “Ударсы”, 1935 й. алып Иҫәнғол а. ш. уҡ исем м‑н, 1943 й. — урыҫ һәм башҡ. телдәрендә “Сталинец” (“Сталинсы”) һәм “Коммунизм өсөн”, 1956 й. мартынан — “За коммунизм” (“Коммунизм өсөн”) һәм “Коммунизм өсөн”, 1963 й. мартынан — “Знамя Октября” (“Октябрь байрағы”) һәм “Октябрь байрағы”, 1991 й. — “З.з.” һәм “Ейәнсура таңдары” (2006 й. июненән үҙ аллы гәзит) исеме м‑н баҫыла. 1961—62 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019