Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМӘҒИЛЕВ Абдулла Ғиниәт улы

Просмотров: 1634

ИСМӘҒИЛЕВ Абдулла Ғиниәт улы [10.3.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мәзит а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 21.12.2010, Өфө], журналист. Тарих ф. канд. (1966). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1999). Журналистар союзы ағзаһы (1966). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын (1952), Орск пед. ин‑тын (1957), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1965) тамамлаған. 1953 й. алып Абҙан районының Өмбәт урта мәктәбе дир., 1955 й. — КПСС‑тың Абҙан район ком‑тының бүлек мөдире, 1956 й. — Ейәнсура район ком‑тының бүлек мөдире, 1957—62 йй. секретары. 1965 й. башлап “Совет Башҡортостаны” гәз. мөхәррир урынбаҫары, 1966 й. — мөхәррире, бер үк ваҡытта 1966—69 йй. БАССР Журналистар союзы рәйесе. 1986—88 йй. БАССР‑ҙың Кинофикация б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе, 1992 й. алып “Известия Башкортостана” гәз. хәбәрселәр селтәре мөдире, 1996 й. — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма ком‑тының яуаплы секретары, 1999—2000 йй. — рәйес урынбаҫары. БАССР ЮС‑ының 7—11‑се саҡырылыш депутаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: