Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЛЕНДАРЬ, баҫма

Просмотров: 1171

КАЛЕНДАРЬ, бер йылдың көндәре, аҙналары, айҙары эҙмә-эҙлекле һаналған, ҡайһы берҙә төрлө белешмә мәғлүмәттәр биргән табл. йәки китап рәүешендәге даими йәки даими булмаған баҫма. К. мәғлүмәт үҙенсәлеге йәһәтенән универсаль һәм махсус; тәғәйенләнеше б‑са — популяр, уҡыу, фәнни, бүләк өсөн, реклама һ.б.; үҙ эсенә алған ваҡыты б‑са — йыллыҡ, миҙгеллек, “мәңгелек” һ.б.; ҡулланылыу өлкәһе б‑с — донъяуи, дини; матди конструкцияһы б‑са ҡайтармалы, йыртмалы һ.б. төрҙәргә айырып йөрөтәләр. Башҡортостанда адрес‑К. һәм иҫтәлекле китаптар тәүге К. булған, улар губ. статистика комитеттары, төрлө учреждениелар һәм ведомстволар, айырым кешеләр тарафынан сығарылған; К. губ. идараһы, Ырымбур айырым корпусы штабы типографияларында һәм шәхси типографияларҙа баҫтырылған. 1836— 1905 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Ырымбур губернаһының, 1873—1917 йй. Өфө губернаһының адрес‑К. нәшер ителгән; улар дини (православие, мосолман, йәһүд) К. үҙ эсенә алған, Император йорто һәм дәүләт учреждениеларының вазифалы кешеләре, пр‑тиелар һәм ижт. ойошмалар т‑да мәғлүмәттәрҙе, тыуған яҡты өйрәнеү, этнография һәм фольклор б‑са материалдарҙы, метеорология, топография һәм геология б‑са мәҡәләләрҙе туплаған, соц.‑иҡт. иҫәп алып барған. 20 б. башында “1908 йылға (Кәбисә) халыҡ календары. 2‑се йыл” (“Народный календарь на 1908 год (Високосный). Год 2-й”; Өфө, “Ҡояш” типографияһы; 1903), “Өфө земство календары” (“Уфимский земский календарь”; шунда уҡ, “Матбуғат”; 1905—10), “Заман” К. тәүге 3 баҫмаһы төрки телендә (мөхәррире Ш.К.Шаһиҙуллин; Ырымбур ҡ., Бреслин типографияһы; 1900—02), “мәңгелек” К. (төҙөүсеһе Ғ.Х.Алпаров; Стәрлетамаҡ ҡ., “Нур”; 1911) һ.б. донъя күрә. Революциянан (1917) һуң К. ваҡыты‑ваҡыты м‑н сығып торған. “1925 йылға бөтә Башҡортостан” (“Вся Башкирия на 1925 год”) исемле адрес‑белешмә һәм телефон китабында 1924 й. даими булмаған матбуғат статистикаһында 2 К. күрһәтелгән: «...береһе стенаға эленә торған, “Власть Труда” (“Хеҙмәт власы”) гәз. тарафынан нәшер ителгән, икенсеһе — Башҡ‑н Үҙәк Статистика идаралығы тарафынан нәшер ителгән һәм улус статистигы менән хәбәрсеһенең ҡуйын дәфтәрен хәтерләтә». Өфө епархияһы тарафынан 1926— 28 йй. һәм 1996 й. “Православие ка‑ лендарҙары” нәшер ителгән. 30‑сы йй. Башҡ‑н китап нәшриәте (ҡара: “Китап”) башҡ. телендә бер нисә универсаль йыртмалы К. сығара. 20 б. 2‑се ярт. К. сығарыу эшмәкәрлеге әүҙемләшә. “Китап” нәшриәте тарафы‑ нан 1963 й. “Футбол буйынса СССР беренселегенең календарь-белешмәһе” (“Календарь-справочник по футболу первенства СССР”), 1985 й. һәм 1992 й. Г.Ә.Мансуровтың “Баҡсасының календарь-белешмәһе” (“Календарь-справочник садовода”) сығарыла һ.б.; 1986 й. алып йыртмалы календарь, 1999 й. — “Дини календарь”, 2000 й. — “Мәктәп календары”, 2011 й. — “Ғаилә календары” һ.б. нәшер ителә. “Башҡортостан” нәшриәте тарафынан 1970 йй. аҙ. ҡайтармалы өҫтәл К.; “100 быуатҡа календарь” (“Календарь на 100 веков”; төҙөүсеһе И.И.Горшков; 1994) сығарыла. Рәсәй мосолман- дарының Үҙәк Диниә назараты тарафынан 1959 й. алып йыл һайын татар телендә “Мосолман календары” баҫыла. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған “Өфө ҡалаһының юбилей даталары календары. 2007” (“Календарь юбилейных дат города Уфы. 2007”; төҙөүсеһе Өфө ҡ. ҡала округы хакимиәте; “Слово” нәшриәте, 2006), Рәсәйҙең Ватан һуғышында (1812) еңеүенә 200 йыллыҡты байрам итеүгә арналған ҡайтармалы календарь (“Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәте; 2012) һ.б. нәшер ителә. 2011 й. БР‑ҙа 20 мең дана йыртмалы, 23 мең дана ҡайтармалы К. сығарыла.

Р.Н.Хәзиәхмәтова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: