Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“КАЛТАСИНСКАЯ ЗАРЯ”, гәзит

Просмотров: 1197

“КАЛТАСИНСКАЯ ЗАРЯ” (“Ҡалтасы таңы”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Таң” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Ҡалтасы р‑ны‑ ның Ҡалтасы а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм мари (“Калтаса ужара”) телдәрендә сыға. 1932 й. мартынан “Ленинский путь” исеме м‑н мари телендә; 1958 й. “Колхозный путь” (“Колхоз юлы”) гәз. (1945 й. алып урыҫ телендә сыға) м‑н ҡушылғандан һуң “Ленинский путь” (“Ленин юлы”) исеме аҫтында урыҫ һәм мари телдәрендә, 1965 й. башлап “Заря” (“Таң”), 2007 й. алып хәҙ. исеме м‑н нәшер ителә. 1962—65 йй. гәзит нәшер ителмәй. 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019