КОВАЛЬ Юрий Никифорович
КОВАЛЬ Юрий Никифорович (23.10.1936, Өфө ҡ. — 6.11.2020, шунда уҡ), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Өфө ҡ. 105‑се, 19‑сы урта мәктәптәрендә уҡыта, 1966—69 йй. һәм 1988—89 йй. “Ленинец”, 1970—82 йй. һәм 1992—2001 йй. “Вечерняя Уфа” (1977 й. алып бүлек мөдире, 1978—81 йй. яуаплы секретары) гәзите хеҙмәткәре, 1982—87 йй. ӨМЭПБ‑ла эшләй, 1989 й. алып “Советская Башкирия” гәзитенең яуаплы секретары, 1991—92 йй. “Башкирия” (“Башҡортостан”) гәзитенең мөхәррир урынбаҫары (Өфө ҡ.), 2001—08 йй. “Бельские просторы” журналы хеҙмәткәре. Республиканың мәҙәни, ижтимағи‑сәйәси тормошо тураһындағы мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2006).
Хеҙм.: Люди с архипелага УМПО. Уфа, 1994; 22 интервью в УМПО. Уфа, 1997.
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов