Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОМАҠ, фольклор жанры

Просмотров: 1663

ЙОМАҠ, фольклор жанры, ниндәй ҙә булһа предметты йәки күренеште кинәйәле тасуирлауға, уй йәшереүгә нигеҙләнә. Уйланылған нәмә үҙе аталмай, бәлки уға оҡшаш сифаттары булған икенсе бер нәмә һүрәтләнеп, шул билдәләр б‑са йәшерелгән әйбер, күренештең исеме, йәғни Й. яуабы (йәбешкәһе, йомолдоғо) табыла. Яуап — Й. тексының айырылмаҫ өлөшө. Фольклорҙың башҡа жанрҙарынан айырмалы рәүештә, Й. үтә ябай, ләкин кешенең көндәлек тормошонан айырылғыһыҙ булған конкрет әйбер һәм күренештәр м‑н эш итә, шул ябай ғына нәмәләрҙе поэтиклаштыра. Борон Й. йолалар, үҙ исемен әйтеү тыйылған хөрәфәттәр м‑н бәйле була, һуңынан башлыса аҡыл һынау, зирәклек тәрбиәләү һәм күңел асыу функцияһын үтәй башлай. Башҡ. фольклорында Й. төрҙәре: 1) образлы (метафоралы) Й.: “Һыу өҫтөндә һары күбек” (Ҡаҙ бәпкәләре). Бындай Й. тибы өсөн композицион асыҡлыҡ, ритмдың һәм рифманың булыуы хас; 2) Й.‑һорау, ул сетерекле, шаян төҫмөрлө була: “Һыуҙа ниндәй таш булмай?” (Ҡоро) йәки предметтарҙың һәм күренештәрҙең сифатын атап килә: “Ҡанатһыҙ, ҡауырһынһыҙ кем оса?” (Ел); 3) Й.- мәсьәлә, уны сисеү өсөн тик арифметик алымдар ғына ҡулланыу түгел, шул уҡ ваҡытта образлы, кинәйәле фекерләү ҙә талап ителә: “Аталары икәү, улдары икәү. Тапҡандар, ти, өс йомортҡа. Йомортҡаларҙы бүлгәс, һәр береһенә берәр йомортҡа тейгән. Нисек ул шулай?” (Улар өсәү: атаһы, улы, ейәне). 4) Й.‑әйтеш (бында соц. тема беренсе планға сығарыла) һ.б. Үҙенең формаһы м‑н мәҡәлдәргәяҡын тора.

Әҙәб.: Нәҙершина Ф.А. Халыҡ һүҙе. Өфө, 1983; Башҡорт халыҡ ижады. Йомаҡтар. Өфө, 1979.

Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: