Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАРИПОВ Нур Талип улы

Просмотров: 1313

ЗАРИПОВ Нур (Нурмөхәмәт) Талип улы [15.6.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Көҙән а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 6.9.1997, Өфө ҡ.], фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1964). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын (1951), КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһын (Мәскәү ҡ., 1962) тамамлаған. 1951 й. алып Ғафури районының Үтәк урта мәктәбе директоры, 1956 й. БАССР Мәғариф министрлығы инспекторы, 1962—63 йй. КПСС ҮК‑ның мәҙәниәт бүлеге инструкторы (Мәскәү ҡ.). 1957—59 йй. һәм 1964—97 йй. ТТӘИ‑лә (1966—76 йй., 1981—91 йй. бүлек мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. әҙәбиәте тарихына, фольклор текстологияһына, сәсәндәр ижадын, фольклор жанрҙарын (әкиәттәр, тарихи эпос) һәм башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыларын өйрәнеүгә арналған. “Йәшәгән, ти, батырҙар...” (1990), “Батырҙар тураһында башҡорт әкиәттәре” (1981) китаптарында батырҙар тураһында әкиәттәрҙең өлгөләре килтерелгән, уларҙың фәнни тасуирламаһы бирелгән. Уның тарафынан “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Юлай менән Салауат” эпостарына текстологик тикшеренеү үткәрелгән. “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) йыйынтығының баш мөхәррире, “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. “Тәүге гвардеецтарҙың береһе” (1968), “Имай Насыри: тормошо һәм ижады” (1983) китаптары — И.Насыри, “Әҙәбиәттең гражданлыҡ пафосы” (1978), “Рухи берҙәмлек юлында” (“На пути духовного единства”; 1974) китаптары Ә.Вәли, Шамун Фидаи, Т.Йәнәби һ.б. башҡ. яҙыусылары ижадына арналған. “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихе: очерктәр” (1967), “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” (“История башкирской советской литературы”; 1977) китаптары һәм урта мәктәптәр өсөн башҡ. әҙәбиәте буйынса уҡыу әсбаптары авторҙарының береһе. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1987). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Сөләймәнов Ә. Алдан барыусы ине //Ағиҙел. 2000. №6.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

П.: Н.Т.Зарипов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.10.2022
Шәхестәр: