Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗӘРҠУМ

Просмотров: 1240

ЗӘРҠУМ (фарс. — ике йөҙлө, алдаҡсы), башҡ. мифологияһында яуыз йән эйәһе, ифрат ҙур йылан. “Урал батыр” эпосы персонажы, йыландар батшаһы Ҡәһҡәһәнең улы. Мифик заттарға хас көскә эйә түгел, әммә хәйләкәр һәм мәкерле. З. нисек кенә булһа ла ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы Һомайҙы яулап алырға тырыша. 12 мөгөҙлө боланды йотоп, балыҡ, көшөл, матур егет һ.б. ҡиәфәтенә инә алыу һәләтенә эйә була. Урал батыр уны үлемдән ҡотҡарғас, З. батырҙы һарайға саҡыра һәм ҡотҡарыусыһын йыландарға өҙгөләргә ҡалдыра. Дейеүҙәр батшаһы Әзрәҡәгә Урал батыр м‑н алышта ярҙам итә, Шүлгәнде ҡустыһына ҡаршы ҡоторта. Шүлгән барлыҡҡа килтергән һыу баҫыу мәлендә З. Һомайҙы урларға маташа. Урал батырҙың 6 йәшлек улы Нөгөш тарафынан үлтерелә.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3-сө том. Эпос. Өфө, 1998; Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. Уфа, 1987; Мирбадалева А.С. Башкирский эпос “Урал-батыр” //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып.4.

Р.Ф.Рәжәпов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019