Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМӘҒИЛ БИКМӨХӘМӘТ

Просмотров: 877

ИСМӘҒИЛ БИКМӨХӘМӘТ (ысын исеме Бикмөхәмәтов Исмәғил Бикмөхәмәт улы; 18 б., Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Сәйет биҫтәһе, хәҙ. Ырымбур өлк. Татар Ҡарғалыһы а.), яҙыусы. 1751 й. тирәһендә сауҙа юлдарын асыу маҡсатында 4 ауылдашы м‑н Һиндостанға сәйәхәт ҡыла. И.Б. маршруты Урта Азия, Афғанстан, Ираҡ, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сүриә, Төркиә аша үтә. Сәйәхәт ваҡытында И.Б. юлдаштары һәләк була, ә үҙе тыуған яғына 30 й. һуң ғына әйләнеп ҡайта ала. Ул үҙенең ил гиҙеүҙәрен “Исмәғил аға сәйәхәтнамәһе” (1862) әҫәрендә тасуирлай.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: