“КОНТАКТ”, предприятие
394
“КОНТАКТ”, металл эшкәртеү ҡорамалдары һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1977 й. Сибай ҡ. “Уралцветметремонт” тресының (Екатеринбург ҡ.) Башҡ‑н махсуслаштырылған ремонт-төҙөлөш идаралығы булараҡ ойошторола, 1990 й. алып “Металлургшахтострой” ПБ‑ның (Мәскәү) “Металлургшахтообслуживание” идаралығы, 1992 й. — “К.” ЯАЙ, 1994 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. Составында машиналар эшләү цехы, ремонт-төҙөлөш участкаһы (икеһе лә 1990 й. ойошторолған) булған. 2001 й. 166 кеше эшләгән. Гильотина ҡайсылары, монтажлау блоктары, строптар, металл конструкциялар етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: