Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАКАЗНИК

Просмотров: 1351

ЗАКАЗНИК, дәүләт ҡарамағындағы махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы. З. тәбиғәт комплекстарын йәки уларҙың компоненттарын һаҡлау йәки тергеҙеү, экологик балансты тотоу маҡсатында хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыу даими йәки ваҡытлыса тыйыла. З. территорияһында һунар итеү, балыҡ тотоу, ер һөрөү, минераль ашламалар ҡулланыу, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һ.б. тыйыла йәки сикләнә. Һаҡланған объектҡа ҡарап, биологик (ботаник, зоологик), ландшафт (комплекслы), геологик, гидрологик һ.б. З. айырыла. Республикала дөйөм майҙаны 409,1 мең га (2021) булған 27, ш. иҫ. 7 ботаник, 17 зоологик һәм 3 ландшафт, З. ойошторолған. Башҡортостанда тәүге З. булып Шөңгәккүл заказнигы (1952) һанала. Өҫән-Ивановка заказнигы һ.б. ботаник З. генофондты, ҡиммәтле фитоценоздарҙы һаҡлау һәм үҫемлектәрҙе, ш. иҫ. дарыу үҫемлектәрен, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен, маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу өсөн булдырылған. “Алтын Солоҡ, Көнгәк заказнигы, Наҡаҫбаш заказнигы һ.б. зоологик З. хайуандарҙың һирәк төрҙәрен һәм һунар-промысла популяцияларын һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн ойошторолған. Первомайск заказнигы, Уралтау заказнигы һ.б. ландшафт З. тәбиғәт комплекстарын һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында булдырылған.

Э.П.Позднякова

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022