Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУРСАУЛЫҠ

Просмотров: 1321

ҠУРСАУЛЫҠ, махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы, уның эсендәге тәбиғәт комплекстары һәм объекттар хужалыҡ ҡулланылышынан тулыһынса сығарыла. Тәбиғәт төрлөлөгөн тәбиғи хәлендә, үҫемлек һәм хайуандарҙың генофондын, йәнһеҙ тәбиғәттең уникаль объекттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, ландшафт өлгөһө (эталон) итеп ҡабул ителеүе мөмкин булған тәғәйен геогр. зона өсөн типик йәки әһәмиәтле ландшафлы терр‑я Ҡ. тип иғлан ителә. Ҡ. тәбиғәтте һаҡлау, фәнни‑тикшеренеү һәм экологик белем биреү учреждениелары статусына эйә. Ҡ. бурыстары: тәбиғәт терр‑яларын һаҡлау; фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү, ш. иҫ. Тәбиғәт йылъяҙмаларын алып барыу; экологик мониторинг үткәреү; экологик белем биреү; тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам итеү. Глобаль экологик мониторинг үткәреүсе халыҡ‑ара биосфера резерваттары системаһына ингән Ҡ. биосфера статусын ала.

1929 й. Башҡортостан терр‑яһында тәүге Ҡ. — Башҡорт ҡурсаулығы ойошторола. Республикала 3 Ҡ. бар: Башҡорт ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы, уларҙың дөйөм майҙаны 325 мең га (2006). Иң ҙуры — Көньяҡ Урал Ҡ. (252,8 мең га, шуларҙың 28,4 мең га — БР терр‑яһында). Ҡ. эшмәкәрлеген фәнни‑методик яҡтан БР Фәндәр академияһы БР һәм РФ‑тың Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлыҡтары, РФ һәм БР‑ҙың Мәғариф һәм фән министрлыҡтары м‑н берлектә тормошҡа ашыра. Башҡорт Ҡ. — тәбиғәт музейы, Шүлгәнташ Ҡ. музей‑экскурсиялар комплексы, күрһәтеү‑өйрәнеү умарталығы бар, 3 экскурсия маршруты һ.б. ойошторолған.

Э.П.Позднякова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019