Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРОЛОҠ

Просмотров: 1208

ҠОРОЛОҠ, метеорологик күренеш, йыш ҡына һауа температураһы юғары, һауа дымлылығы түбән булып, оҙаҡ ваҡыт яуымтөшөм булмауы мн билдәләнә. Атмосфера һәм тупраҡ Ҡ. айырыла. Атмосфера Ҡ. тотороҡло антициклондар өҫтөнлөк иткәндә барлыҡҡа килә. Тупраҡ Ҡ. атмосфера Ҡ. арҡаһында килеп сыға, парланыу көсәйеү сәбәпле, дым запасының ныҡ кәмеүе хас. ГТК күрһәткесенә (ҡара: Агроклиматология), вегетация осоронда яуым‑төшөм миҡдарына, сағыштырмаса дымлылыҡҡа, т‑ра юғарылығына ҡарап, уртаса интенсив, көслө һәм бик көслө Ҡ. айыралар. Ҡ. йыш ҡына дала, һирәгерәк урман‑дала зоналарында күҙәтелә.

Ҡ. ваҡытында үҫемлектәрҙең транспирацияһы һәм фотосинтезының ғәҙәттәге шарттары боҙола, был а.х. культуралары уңышының кәмеүенә йәки һәләк булыуына, мал аҙығы ерҙәренең һәм урман ултыртмаларының продуктлылығы түбәнәйеүенә һ.б. килтерә. Ҡ. м‑н көрәшеү һәм ауыл хужалығына килтерелгән зыянды кәметеү өсөн агротехник (тырматыу, урылған баҫыуҙы йомшартыу, ҡар тотоу, ҡар һыуҙарын тотоу һ.б.), гидромелиоратив (һуғарыу) һәм агроурманме‑ лиоратив (ҡара: Агроурманмелиорация) саралар комплексы ҡулланыла, ҡоролоҡҡа тотороҡло а.х. культуралары сәселә. Башҡортостанда Ҡ. булыуына континенталь климат сәбәпсе булып тора. Башлыса һуң яҙғы — иртә йәйге мәлдә 2,33 йылға 1 тапҡыр ҡыуан еле м‑н ҡабатланыуы күҙәтелә.

1951—2001 йй. 4 йыл бик көслө, 15 йыл көслө һәм 2 йыл уртаса интенсив Ҡ. теркәлгән. Иң оҙон (5 йыл) Ҡ. 1951—55 йй. теркәлгән, Балаҡатай һәм Яңауыл р‑ндарында 1958 й. тиклем дауам иткән; 4 йылға һуҙылғаны — 1972—75 йй., 1979—82 йй., 3 йыл буйы 1952— 54 йй., 1985—87 йй. булған. Бер һәм ике йыллыҡ Ҡ. йыш күҙәтелә. Иң көслө, бөтә Урал һәм Волга буйын солғап алған Ҡ. 1891 й. һәм 1921 й. була, йотлоҡ башланыуға һәм халыҡтың күпләп үлеүенә сәбәп була. Бик көслө Ҡ. 2010—12 йй. күҙәтелә, ул а.х. сәсеүлектәренең һәләк булыуына һәм өҙлөкһөҙ урман янғындарына килтерә, ошо арҡала респ. Ҡ. б‑са ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителә.

Т.И.Власова

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019