Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗИГЗАГ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 947

ЗИГЗАГ МӘМЕРЙӘҺЕ, Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, девондың фран ярусы эзбизташы һәм доломитында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 2500 м, тәрәнлеге 120 м, майҙаны 9475 м2, күләме 37900 м3. Мәмерйә ауыҙы 1 м һәм 3 м диам. 2 ярыҡтан тора, Ҡотоҡ й. (Ағиҙел й. басс.) сағылының һул битләүендә урынлашҡан. Унан көньяҡҡа табан һарҡыу юл (оҙонлоғо яҡынса 400 м, киңлеге 2—3 м, бейеклеге 2—15 м) китә, 110 м тәрәнлектә ул көньяҡ йүнәлештәге тармаҡлы төп галерея (оҙонлоғо яҡынса 1000 м, киңлеге 5—8 м, бейеклеге 2—10 м) м‑н тоташа. Галерея буйлап һыу сығымы 50—250 л/с булған йылға (мәмерйә ауыҙынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта йырынға ағып төшкән Ҡотоҡ й. дауамы, тип фараз ителә) аға. Мәмерйәлә сталагмиттар, сталактиттар, сталагнаттар күп. Һауа т‑раһы йәйен 9°С, ҡышын 6°С, февр.—мартта мәмерйәнең ауыҙ өлөшө туңа. З.м. ярғанаттар, йылғала балыҡтар йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019