ЙЫЛАЙЫР, йылға
ЙЫЛАЙЫР, Урман Йылайыры, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Ҡыҙыл Ҡушыҡ утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уралтау һыртының көньяҡ битләүендә башлана. Йылайыр, Хәйбулла р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Һаҡмар й. (тамағынан 472 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 158 км, басс. майҙаны 1210 м2, дөйөм түбәнәйеүе 375 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йылайыр р‑ны Йылайыр а. эргәһендә йыллыҡ аҡманың 62%‑ы — яҙғы (апр.—май), 23%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 15%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,5 м3/с. Йылға басс. девон һәм карбон ҡомташтарынан, кремнийлы һәм балсыҡлы һәүерташтарынан торған Йылайыр яйлаһы сиктәрендә урынлашҡан. Басс. рельефы тигеҙ, тәрән үҙәндәр м‑н ҡатмарланған; урыны м‑н карбонатлы карст үҫешкән. Ландшафы ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупрағындағы, типик һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡоро имән урманынан һәм болонло далаларҙан тора. Йылға басс. 72%‑ын урман, күп кенә өлөшөн һөрөнтө ер биләй. Йылғала Йылайыр а. эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Оло Шар, Оло Уҙалы һ.б.; һул — Емешле, Һатҡы, Йылы, Ҡурғашлы һ.б.
В.А.Загорский
Тәрж. А.Н.Күсеев