Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЛМӘРҘӘК, тау һырты

Просмотров: 1069

ЕЛМӘРҘӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау һырты. Белорет р‑ны буйлап Егәҙе й. тамағы киңлегенән Инйәр й. тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 70 км, киңлеге 4—9 км, абс. бейеклеге 909 м. Рельефында һөҙәк биләндәр м‑н айырылған ҡаялы һәм тигеҙ түбәләр өҫтөнлөк итә. Аркоз һәм кварцлы ҡомташтарҙан, елмәрҙәк свитаһы гравелитынан, әүжән свитаһы эзбизташынан, доломитынан һәм полимикт ҡомташынан, вендтың әшә серияһына ҡараған ҡомташтан һәм алевролиттан тора. Тау битләүҙәре ҡайын, йүкә ҡатыш киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урман м‑н ҡапланған. 600 м бейегерәк өлөшөн шыршы, ҡарағай ҡатыш киң япраҡлы кәкре урман биләй, түбәләрендә ҡоро тау болондары осрай. Тау араһы уйһыулыҡтары һаҙланған торфлы болондарҙан тора.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019