ЗОСИМА II
ЗОСИМА II (донъяуи исеме Озерова Елена Георгиевна; 1879, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Богоявленск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол а., — 15.5.1968, Өфө), дин әһеле, игуменья (1920). Монахлыҡ ҡабул иткән (1912). Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры эргәһендәге мәктәпте тамамлаған (1899); 1920 й. алып Благовещение ҡатын-ҡыҙҙар монастырының настоятельницаһы. 1922 й. башлап монастырҙың Иверский сиркәүе общинаһына етәкселек итә. Патриарх Тихон яҡлы була, обновленецтарға ныҡлы ҡаршы тора. Сиркәүҙең изге әйберҙәрен тартып алыу осоронда монастырҙы талауға һәм ябыуға ҡаршы көрәш алып бара. 30‑сы йй. башында ҡулға алына, ҡаса һәм Чимкент ҡ. йәшенә. Өфөгә һуғыштан һуң әйләнеп ҡайта, монахинялар туғанлығы йәмғиәтен ойоштора (1960 й. ябыла). Патриарх тәреһе м‑н бүләкләнгән.
Н.П.Зимина
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина