Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБЛЕС

Просмотров: 1624

ИБЛЕС (ғәр. баласа — өмөтһөҙлөккә бирелде), исламда — шайтан, ен; башҡ. мифологияһында — яуыз көс (ҡара: Албаҫты, Бәрей, Ен, Шайтан). Ҡөрьәндәге сюжетҡа ярашлы, И. — Аллаға буйһонмай, ул тупраҡтан яралтҡан тәүге кеше — Әҙәм алдында йөҙ түбән йығылыуҙан баш тартҡан берҙән-бер фәрештә. Бының өсөн ул күктән ҡыуыла һәм тамуҡ язаһына хөкөм ителә, ләкин Алланан язаны Ҡиәмәт көнөнә тиклем кисектереп тороуҙы һорай. Ризалыҡ алғас, И. Аллаға тоғро кешеләрҙе аҙҙырырға ант итә. Үҙе хасил итергә һәләтле яуыз көстәр донъяһына баш була. Ожмахҡа үтеп инеп, йылан ярҙамында Әҙәм м‑н Һауаны аҙҙыра, шул арҡала улар ожмахтан ҡыуыла. И. бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең эшенә ҡамасаулай, кешеләрҙе уларға ҡаршы ҡоторта. Кешеләрҙең Аллаға ышанмауы, донъяла яуызлыҡ булыуы исламда И. ҡотҡоһо м‑н аңлатыла. Башҡорттарҙың инаныуҙары б‑са, И. кешеләр араһында йәшәй, уларҙы гонаһлы эштәргә этәрә, иманды оноттора. Кешеләр уны Ҡөрьәндән аяттар уҡып ҡыуа. Башҡорттарҙың тылсымлы йолаларының күбеһе И. яуызлыҡтарынан һаҡланыуға йүнәлтелгән (ҡара: Магия).

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019