Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛАЙЫР КАНТОНЫ

Просмотров: 1472

ЙЫЛАЙЫР КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. БөрйәнТүңгәүер кантонының — 14, ҠыпсаҡЕте ырыу кантонының — 16, Үҫәргән кантонының 18 улусы нигеҙендә БАССР составында ойошторола. Төньяҡ‑көнбайышта Стәрлетамаҡ кантоны, төньяҡ-көнсығышта — ТамъянҠатай кантоны, көнсығышта — Силәбе губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта, көньяҡта һәм көнбайышта Ырымбур губернаһы м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Преображенск Заводы ҡасабаһы (хәҙ. Йылайыр р‑ны Йылайыр а.). Майҙаны — 33047 м2. Халҡы 1926 й. — 195036 кеше (башҡорттар — 80784, мишәрҙәр — 1759, мордвалар — 8112, сыуаштар — 3980, татарҙар — 9056, украиндар — 8748, урыҫтар — 81894 һ.б.). 1924 й. 25 июнендә Иманғол улусы Ҡырғыҙ АССР‑ына бирелә. 1924 й. 21 окт. Орск өйәҙе Яңы Покровка улусының 19 ауылы Й.к. составына инә. 1926 й. 26 июлендә кантонға Ырымбур өйәҙе Спасский улусының Иҫәнғол а. ҡушыла; Бөрйән- Ҡыпсаҡ, Ҡыпсаҡ, Мораптал, Сәлих, Таналыҡ, Түңгәүер, Үҫәргән, Үтәғол һәм Хәйбулла улустарының бер өлөшө, Яңы Покровка улусының 19 ауылы Ырымбур губ. бирелә. Й.к. терр‑яһында БашҮБК Президиумының 1923 й. 10 февр. ҡарары б‑са — 17, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 й. 15 дек. декреты м‑н 16 улус ойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 й. һөрөнтө ерҙәр майҙаны 141,8 мең га, ш. иҫ. бойҙай сәсеүлектәре — 78,5, һоло — 34,9, арпа — 6,5, тары — 4,7, арыш — 4,2, картуф — 4,2, киндер — 1,2, етен — 0,8, ҡарабойҙай — 0,7 мең га тәшкил итә; һыйыр малы — 203387, йылҡы — 101107, һарыҡ — 263804, кәзә — 27600, сусҡа 10144 баш иҫәпләнә. Баймаҡ, Ҡананикольск, Преображенск алтын һәм баҡыр ф‑калары, 2 Түбә бегун ф‑каһы, 3 рудник эшләй. 52 баҙар була (1927). 1‑се баҫҡыслы 179 мәктәп иҫәпләнә, шуның 85‑ендә уҡытыу — башҡ., 3‑өһөндә — мордва, 3‑өһөндә — сыуаш, 14‑ендә — татар, 74‑ендә — урыҫ телендә алып барыла; 6 дауахана, 7 амбулатория, 16 фельдшер пункты, 9 китапхана эшләй (1925). 1930 й. 20 авг. кантон бөтөрөлә, уның терр‑яһы Баймаҡ (Ҡананикольск, Таналыҡ, Темәс, Һабыр улустарының бер өлөшө), Бөрйән (Бөрйән улусының бер өлөшө), Ейәнсура (Сәлих, Үҫәргән улустары, Бөрйән‑Ҡыпсаҡ, Йылайыр, Һабыр улустарының бер өлөшө), Йылайыр (Йылайыр, Ҡананикольск, Һабыр улустарының бер өлөшө), Мораҡ (Ҡыпсаҡ улусы, Бөрйән‑Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Ҡананикольск улустарының бер өлөшө), Мәләүез (Мораптал улусы), Хәйбулла (Хәйбулла улусы, Йылайыр, Таналыҡ, Һабыр улустарының бер өлөшө), Әбйәлил (Темәс улусының бер өлөшө) административ райондары составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. М.Х.Хужин

Карта: Йылайыр кантоны (1926)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2023