Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЛЕДИНА Елена Викторовна

Просмотров: 879

КАЛЕДИНА Елена Викторовна (28.10.1966, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Озерки а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Уҫылыбаш а.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). Урал физик культура ин‑тын тамамлаған (2007). “Уңыш” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.С.Кәшәфетдинов), 1991—2001 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Өфө, тренеры Г.И.Алексеев). “Кремль миле” Рәсәй чемпионаттары еңеүсеһе (1993, 1995), бина эсендә 1500 м йүгереүҙә Рәсәй чемп. (1995), Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры (1994 й. — 3000 м, 1998 й. — 5000 м йүгереүҙә), ветерандар араһында Монакола (Монте‑Карло ҡ., 2003), АҠШ‑та (Акрон ҡ., 2009—10; Роли ҡ., 2009—10; Колумбус ҡ., 2010) үткән халыҡ‑ара марафондар еңеүсеһе. Рәсәй йыйыл‑ ма командаһы ағзаһы (1993—96).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019