Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫПСАҠ-ЕТЕ ЫРЫУ КАНТОНЫ

Просмотров: 1017

ҠЫПСАҠ-ЕТЕ ЫРЫУ КАНТОНЫ, Ете ырыу-Ҡыпсаҡ кантоны, 1919 й. июлендә АСБР составында Ете ырыу кантоны һәм Ҡыпсаҡ кантоны улустарынан ойошторола. Төньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡ-көнсығышта — Үҫәргән кантоны, көньяҡта, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта  Ырымбур өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Ермолаевка ауылы. Майҙаны — 7448 км2. Халҡы 1920 й. — 112371 кеше. 3 күн заводы, поташ заводы, 2 һабын ҡайнатыу з‑ды эшләгән. 1921 й. 19 китапхана иҫәпләнгән. 1922 й. 5 окт. кантон бөтөрөлә, терр‑яһы (16 улус) Йылайыр кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Гәрәева

Тәрж. М.Х.Хужин

Карта: Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны (1920)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019