КАРЮКОВ Фәһим Сайран улы
КАРЮКОВ Фәһим Сайран улы (4.1.1948, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Яңы Кәлсер а. — 18.5.2015, Өфө ҡ.), тренер. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004), СССР‑ҙың спорт мастеры (1976). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1978). “Авангард” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ ҡ., тренеры — С.Коршунов). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командаһы өсөн уйнай (1969—73, 1975—80). “Шахтёр кубогы” халыҡ-ара турниры еңеүсеһе (Польша, 1972). 1980 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тренер‑ уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта СССР (1986) һәм Рәсәй (1998) үҫмер спортсылар йыйылма командалары тренеры. К. етәкселегендә “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы үҫмерҙәр командаһы Рәсәй беренселектәренең көмөш (1998—99) һәм бронза (1996—97) призёры, “Балтика көҙө” халыҡ‑ара турнирының (Рига ҡ., 1998) еңеүсеһе була. Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.В.Денисов, шулай уҡ СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең 9 спорт мастеры.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина