Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӘҮӘҪКӘР ЙҮГЕРЕҮСЕЛӘР КЛУБТАРЫ

Просмотров: 1052

ҺӘҮӘҪКӘР ЙҮГЕРЕҮСЕЛӘР КЛУБТАРЫ, йәмәғәт ойошмалары. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: сәләмәт йәшәү рәүешен, һауыҡтырыусы йүгереүҙе пропагандалау, ярыштар һәм киң спорт саралары үткәреү, халыҡты рухи һәм патриотик яҡтан тәрбиәләү. Башҡортостанда тәүге Һ.й.к. — “Эверест” 1983 й. Октябрьский ҡ. асыла (етәксеһе Г.Д.Кар­вась). 1984 й. “Марафон” (Өфө), 1994 й. “Вита” һәм “Импульс” (Нефтекама ҡ.), 1995 й. “Стайер” (Туймазы ҡ.) һ.б. клубтар ойошторола. Респ. йыл һайын Өфө еңел атлетика марафоны (1983 й. алып), Еңеү көнөнә (1985 й. алып) һәм Н.В.Ковшова иҫтәлегенә (1989 й. алып) ярыштар, “Ҡыҙыл таң” гәз. приздарына Дүртөйлө марафоны (1990 й. алып), “Арлан ярым марафоны” (1994 й. алып), “Ҡандракүл ярым марафоны” экологик ярышы (1995 й. алып), “Милләттәр кросы” бөтә Рәсәй йүгереү көнө (2004 й. алып), БР‑ҙа Славян яҙыуы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә “Николай ҡорамы” ярым марафоны (2008 й. алып) һ.б. үткәрелә. Респ. Һ.й.к. ағзалары иң ҙур ҡаҙаныштарға ветерандар араһындағы спорт атлауында ирешә: Н.З.Айтмөхәмәтов — донъя (1991—94; 4 тапҡыр, 2013), Европа (1992, 1994, 1995) чемп., Бөтә донъя ветерандар уйындары еңеүсеһе (3 тапҡыр, 1994; 2011); Ә.Й.Күсемов — донъя (2 тапҡыр, 2003) һәм Европа (1993; 2 тапҡыр, 1998) чемп., Бөтә донъя ветерандар уйындары еңеүсеһе (1994). Респ. 8 Һ.й.к. эшләй, унда яҡынса 1000 кеше шөғөлләнә (2012). Һ.й.к. м‑н А.А.Крюков, С.Г.Матвеев, Н.П. Сорочкин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.А.Крюков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019