КОЗЛОВА Татьяна Николаевна
1021
КОЗЛОВА Татьяна Николаевна (29.11.1931, Урал өлк. Красноуральск эшселәр ҡсб), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1988). Урал политехник ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1954). 1967 й. алып Өфөлә эшләй: “Хеҙмәт” ДСО‑һы ДЮСШ‑ының, 1975 й. башлап “Зенит” ДСО‑һы тренеры, 1978 й. — “Зенит” ДСО‑һы СДЮШОР‑ының өлкән тренеры, 1987—88 йй. — Бөтә Союз профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте Башҡ‑н өлкә советы, бер үк ваҡытта 1979—85 йй. СССР үҫмерҙәр йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында С.А.Гладышева, К.С.Чистяков, ш. уҡ СССР‑ҙың 15 спорт мастеры.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: