Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЛОБНЕВ Александр Васильевич

Просмотров: 851

КОЛОБНЕВ Александр Васильевич (4.5.1981, Выкса ҡ.), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2012). 1998—2009 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Олимпия уйындарының бронза призёры (2008), Рәсәй чемпионы (2004, 2010), төркөм уҙышында донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2007, 2009), Италия (2003, 2007), Испания (2006), Франция һәм Германияла (икеһе лә — 2007) үткән халыҡ‑ара уҙыштар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (1999). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004, 2012). Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2015). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнгән (2011).

Тәрж.М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022