Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАБАЛЫҠТЫ

Просмотров: 1203

ҠАРАБАЛЫҠТЫ, таш быуат энеолит археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 10—3‑сө мең йыллыҡтарға ҡарай. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. эргәһендәге Ҡарабалыҡты күле буйында урынлашҡан. 1961 й. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм 1961—76 йй. өйрәнелә, 1991 й. Ю.А.Морозов тикшерә. Тораларҙан ғибәрәт (20‑гә яҡын; айырыуса Ҡ.II, Ҡ.V, Ҡ.VII, Ҡ.VIII, Ҡ.VIIIа, Ҡ.VIIIб, Ҡ.IX, Ҡ.X өйрәнелгән).

Ҡ.II. мезолит тораһы (күлдең көнсығыш яры, ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта). Б.э.т. 10—6‑сы мең йыллыҡтарға ҡарай. 1961—62 йй., 1991 й. өйрәнелә. Таштан эшләнгән әйберҙәр (микролиттар, нуклеустар һәм ярсыҡтар) табылған.

Ҡ.V (Линевое) — мезолит — неолит тораһы (күлдең төньяҡ яры, ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,8 км алыҫлыҡта). Б.э.т. 6—5‑се мең йыллыҡтарҙың аҙағына ҡарай. 1962—63 йй., 1991 й. өйрәнелә. 104 м2 ҡаҙылған. Саҡматаштан һәм йәшмәнән ҡоралдар әҙерләү өсөн таш эшкәртеү оҫтаханалары асыҡланған (геом. микролиттар, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, нуклеустар, ватҡыстар, ярсыҡтар, ҡырғыстар һ.б. табылған).

Ҡ.VII палеолит — неолиттың күп ҡатламлы торамаһы (ҡара: Урта Түбә).

Ҡ.VIII — энеолит тораһы (күлдең көньяҡ яры, ауылдан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта). 1962 й., 1967 й., 1970 й. һәм 1991 й. өйрәнелә. 56 м2 ҡаҙылған. Суртанды мәҙәниәте керамикаһы (ауыҙы тыш яҡҡа бөгөп эшләнгән, тешле штамп м‑н баҫылған геом. орнаментлы түңәрәк төплө һауыттар), таш һәм йәшмә әйберҙәр (18 меңдән ашыу; ҡасауҙар, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡтар, нуклеустар, ҡырғыстар, балталар), хайуан һөйәктәре табылған.

Ҡ.VIIIа — энеолит тораһы (күлдең көньяҡ яры, ауылдан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта). 1965 й., 1970 й., 1976 й. һәм 1991 й. өйрәнелә. 160 м2 ҡаҙылған. Суртанды мәҙәниәте керамикаһы (тешле штамп м‑н баҫылған геом. орнаментлы түңәрәк төплө һауыттар), таш әйберҙәр (батырғыстар, бысаҡ һымаҡ пластиналар, нуклеустар, ике яғы үткер эш ҡоралдары) табылған.

Ҡ.VIIIб — энеолит тораһы (күлдең көньяҡ яры, ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта). 1969 й., 1991 й. тикшерелә. 56 м2 ҡаҙылған. Балсыҡтан (тешле штамп м‑н баҫылған геом. орнаментлы һауыттар) һәм таштан (2 меңгә яҡын; суҡмар, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, нуклеустар, ҡырҡҡыстар, ҡырғыстар, балта, ике яғы үткер эш ҡоралдары) эшләнгән әйберҙәр табылған.

Ҡ.IX — энеолит тораһы (күлдең көньяҡ яры, ауылдан көньяҡ-көнбайышҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта). 1962 й., 1965 й., 1969 й. һәм 1991 й. тикшерелә. 60 м2 ҡаҙылған. Стеналары таш плиталар м‑н ҡапланған, таш иҙәнле һәм уртаһында усаҡ торған торлаҡ табылған. Керамика (1 меңгә яҡын фрагмент; тальк ҡушылған балсыҡтан яһалған тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттар), таштан яһалған әйберҙәр (26 меңдән ашыу; батырғыс, тәпке, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, уҡ башаҡтары, бысаҡтар, нуклеустар, ҡырғыстар, һыҙырғыстар, балталар) табылған.

Ҡ.X (Ташбулат I) — неолит тораһы (күлдең көньяҡ яры, ауылдан көньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,8 км алыҫлыҡта). 1961—1962 йй., 1991 й. өйрәнелә. 104 м2 ҡаҙылған. Керамика (ҡом һәм тальк ҡушып яһалған тешле штамп эҙе баҫылған һырҙар м‑н биҙәлгән һауыттар), таштан (батырғыстар, ҡасауҙар, тәпке, уҡ башаҡтары, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, бысаҡтар, нуклеустар, тишкестәр, ҡырғыстар, балталар) һәм баҡырҙан (тишкес, беҙ) эшләнгән әйберҙәр табылған. Өҫкө ҡатламында бер аҙ бронза быуаты керамикаһы табылған. Материалдар РФА Археология ин‑ты (Мәскәү) фондында һаҡлана.

Әҙәб.: М а т ю ш и н Г.Н. Неолитические стоянки Ташбулатово I и Сабакты III в Башкирском Зауралье //Древности Башкирии. Уфа, 1970.

Ю.А.Морозов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019