Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАҒАЙЛЫ

Просмотров: 1140

ҠАРАҒАЙЛЫ, неолит археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 6‑сы мең йыллыҡ аҙ. — 5‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Учалы р‑ны Учалы а. янында Ҡарағайлы күле буйында урынлашҡан. 1961 й. Л.Я.Крижевская тарафынан асыла һәм 1961—65 йй. Г.Н.Матюшин м‑н берлектә өйрәнелә, 1991 й. Ю.А.Морозов тикшерә. 11 тора инә (айырыуса Ҡ.I, Ҡ.II, Ҡ.III, Ҡ.IV өйрәнелгән).

Ҡ.I — неолит тораһы (күлдең төньяҡ ярында, ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта). 1961 й., 1963 й. тикшерелә. Майҙаны 1200 м2, 40 м2 ер ҡаҙылған. Таш эшкәртеү оҫтаханалары асыҡланған. Саҡматаш, һәүерташ һәм йәшмәнән эшләнгән әйберҙәр табылған (6 меңгә яҡын; балта әҙерләмәләре, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡ һәм бысаҡ һымаҡ пластиналар, ярсыҡтар, тишкестәр, ҡырғыстар, ике яҡлы ҡоралдар). Ҡ.II — неолит тораһы (күлдең төньяҡ-көнбайыш ярында, ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта). 1961 й., 1963 й. һәм 1991 й. тикшерелә. Майҙаны 1200 м2. 40 м2 ҡаҙылған. Таш әйберҙәр (уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, нуклеус, ярсыҡтар, ҡырғыстар) табылған.

Ҡ.III — неолит тораһы (күлдең төньяҡ-көнбайыш ярында, ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта). 1961 й., 1963 й., 1968 й. һәм 1991 й. тикшерелә. Майҙаны 1800 м2. Таш әйберҙәр (бысаҡ һымаҡ пластиналар, нуклеус, ярсыҡтар, ҡырғыстар) табылған.

Ҡ.IV — неолит тораһы (күлдең төньяҡ-көнбайыш ярында, ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа 2—3 км табан алыҫлыҡта). 1961 й., 1963 й. һәм 1991 й. өйрәнелә. Таш әйберҙәр (батырғыс, уҡ башағы, бысаҡ һымаҡ пластиналар, ярсыҡтар, ҡырғыстар) табылған. Ҡ. материалдары РФА‑ның Археология ин‑ты (Мәскәү) фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Крижевская Л.Я. Неолит Южного Урала //Материалы и исследования по археологии СССР. Л., 1968. №141.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019