Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗӘЙНЕТДИНОВ Рәшит Сәйфетдин улы

Просмотров: 1493

ЗӘЙНЕТДИНОВ Рәшит Сәйфетдин улы (18.6.1938 й., БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Яңы Ҡауарҙы а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны, — 18.12.2015, Өфө), рәссам. Проф. (1998). БР‑ҙың халыҡ рәссамы (2008), БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Рәссамдарсоюзы ағзаһы (1980). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1978; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов) 1985 й. тиклем Башҡ‑н ижади‑производство комб‑тының баш рәссамы. 1991 й. алып ӨДСА‑ла (1994 й. башлап һынлы сәнғәт ф‑ты деканы).

Жанрлы рәсем сәнғәте, портретоҫтаһы. Реалистик манерала эшләй, психологик һәм эмоциональ тәьҫирлелек йәһәтенән камил әҫәрҙәр ижад итә: ауыл хеҙмәтсәндәре портреттары серияһы (“Мал ҡараусы Вәғиз”, “Һауынсы Мөнирә”; икеһе лә — 1988), яҙыусылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре портреттары (“Шағир Ғәли Соҡорой”, 1992; “Ә.‑З.Вәлиди, Ғ.Таған, А.Инан”, 1996; “Яҙыусы Ә.Вахитов”, 1997), жанрлы эштәр [“Трассовиктар. 720‑се км”, 1978; “Атай иҫтәлегенә” (“Оҙатыу”, “Приказ”, “Хәтер көнө”), 1985; триптихы, “Икмәк тураһында һүҙ” триптихы, 1986] һ.б. Г.Ғ.Калитов м‑н берлектә З. монументаль сәнғәт әҫәрҙәре ижад итә: “Ер рухы” (1995; БДУ‑ның филол. ф‑ты интерьеры өсөн) триптихы, унда Башҡортостандың тарихи‑мәҙәни үҫеш этаптары, уның халыҡтарының иң аҫыл вәкилдәре образдарында кәүҙәләндерелгән рухи традициялар күсәгилешлелеге идеяһы күҙәтелә; “Йондоҙлоҡ” (2002; БАДТ интерьеры өсөн) полотноһы  — башҡ. театрына нигеҙ һалыусыларҙың һәм билдәле эшмәкәрҙәрҙең күмәк портреты. Шулай уҡ пейзаж жанрында эшләй. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). Дүртөйлө р‑ны “Уңыш” к‑зында картиналар галереяһын ойоштороусыларҙың береһе (1989), унда З. һәм Калитовтың 40‑тан ашыу картинаһы ҡуйылған. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Милли музей, Кейекбаев Ж. музейы, Хоҙайбирҙин Ш.Ә. музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1995).

Әҙәб.: Творческое объединение “Артыш”: избр. произведения: каталог /авт.‑сост. С.В. Евсеева. Уфа, 2002.

В.М.Сорокина

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Шәхестәр: