Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГНАТЕНКО Сергей Николаевич

Просмотров: 1326

ИГНАТЕНКО Сергей Николаевич (3.11.1955, Өфө ҡ.), рәссам. РФ‑тың (2022) һәм БР‑ҙың (2004) атҡаҙанған рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). ӨДСИ‑не тамамлаған (1982). 1993—2002 йй. “Сәнғәт” галереяһы рәссамы, 2004 й. алып Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы.

  Хәҙерге һынлы сәнғәттәге концептуаль ағым вәкиле (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар). Ижадының нигеҙендә ысынбарлыҡты, мәжүсилек дәүере, Библия, Инжил сюжеттарын һәм образдарын, 18—19 бб. ватан тарихы һәм мәҙәниәтен фәлсәфәүи аңлау ята; төп темалары — изгелек менән яуызлыҡ көрәше, яңғыҙ кеше проблемалары, иманға кире ҡайтыу (“Йөҙ”, 1993; “Изге Себастьян”, 1996; “Сиркәүҙә”, 2006); эштәрендә 20 б. башы урыҫ авангард һәм классик реализм сәнғәтенең пластик һынлау алымдарын ҡуллана. И. ижады үҫешендә метафоралыҡтың, төҫтәр символлығының, предмет һәм фигуратив формаларҙың үҙенсәлекле тәьҫирлелегенең көсәйә барыуы күҙәтелә: натюрморттар (“Алһыу төҫ менән натюрморт”), портреттар (“Ҡатын-ҡыҙ портреты”), тематик композициялар (“Гефсиман төнө”, бөтәһе лә — 1998), сериялар (“Урыҫ халыҡ галлюцинациялары”, “Фрагмент”; икеһе лә — 90‑сы йй. аҙағы). “Март” ижади төркөмө ағзаһы (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре). 1977 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Новосибирск (1987), Өфө (1994, 2000, 2008) ҡалалары. Эштәре Нестеров М.В. исемендәге художество музейы, “Мираҫ”, “Сәнғәт” галереялары (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Алла Булянская (Мәскәү, Лондон ҡҡ.), Джерси-Сити ҡ. Хәҙерге урыҫ сәнғәте музейы (АҠШ) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

  Әҙәб.: Сергей Игнатенко. Живопись: альбом-каталог /авт.‑сост. С.В. Игнатенко. Уфа, 2008.

С.В.Игнатенко

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.03.2023