Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГОШЕВ Владимир Александрович

Просмотров: 1287

ИГОШЕВ Владимир Александрович [28.10.1921, АСБР‑ҙың Бөрө кантоны Асҡын а. (БР‑ҙың Асҡын рны) — 8.1.2007, Мәскәү], рәссам. Проф. (1965). СССР‑ҙың (1991) һәм РСФСР‑ҙың (1965) халыҡ, РСФСР‑ҙың атҡ. (1961) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1940; педагогтары И.И.Урядов, А.Э.Тюлькин), В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын (1950; педагогтары Г.Г.Ряжский, К.М.Максимов) тамамлаған. 1951 й. алып — Урал политехник ин‑тында, 1967 й. башлап — Мәскәү архитектура ин‑тының Урал филиалында (икеһе лә — Свердловск ҡ.), 1968—80 йй. Мәскәү архитектура ин‑тында уҡыта.

И. ижады тематика һәм жанрҙар төрлөлөгө м‑н айырыла. Х.Ш.Заимов (1948), М.Ғ.Гәрәев (1949) һ.б. портреттары, “Ҡоҙоҡ янында”, “Тыуған ил һаҡсыларына” (икеһе лә — 1950) картиналары, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын сағылдырыусы 60‑тан ашыу фронт эштәре авторы. Шулай уҡ графика өлкәһендә эшләй. 1943 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 10‑дан ашыу шәхси күргәҙмәһе (1956 й. алып) Мәскәү, Горький, Киев, Пермь, Төмән, Свердловск, Ленинград, Новгород, ш. уҡ Братислава, Будапешт, Гаага (Нидерланд), Прага, Токио, Улан‑Батор, Ханой ҡалаларында ойошторола. Эштәре БДХМ, Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус музейы (С.‑Петербург) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙәге музейҙарҙа, галереяларҙа, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. РСФСР‑ҙың И.Е.Репин ис. дәүләт пр. лауреаты (1982). 2001 й. Ханты-Мансийск ҡ. рәссамдың йорт‑музейы асылған.

А.В.Лебедева

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: