Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ

Просмотров: 1828

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ, рәсем сәнғәтен, графиканы, скульптураны үҙ эсенә алған пластика сәнғәте бүлеге. Һ.с. ысынбарлыҡты күреп аңларлыҡ асыҡ образдарҙа сағылдыра. Дөйөмләш­тереү, типиклаштырыу алымдары, рәссамдың ижади күҙаллауы һөҙөмтәһендә Һ.с. ваҡиғаларҙың тап бер мәлдәге ағышын, кешеләрҙең рухын, кисерештәрен, уй‑фекерҙәрен, үҙ­ара мөнәсәбәттәрен аса, рәссамдың донъяға ҡарашын, фәлс. һәм эстетик фекерҙәрен сағылдыра. Башҡорт Һ.с. 19 б. аҙ. — 20 б. башында формалаша башлай. Уға тиклем ортодоксаль ислам дине реаль тормош образдарын һынландырыуҙы тыйғанлыҡтан төп халыҡта традицион биҙәү‑ҡулланма сәнғәте төрҙәре үҫеш ала һәм уларҙың колорит, пластика, орнамент үҙенсәлектәре Һ.с. характерына йоғонто яһай. 20 б. башында Баш­ҡортостанда проф. рәссамдар етәкселек иткән бер нисә изостудия эшләй: 1906—10 йй. Өфө өйәҙенең Благовещен з‑ды ҡасабаһында (хәҙ. Благовещен ҡ.; етәксеһе П.М.Лебедев), 10‑сы йй. башында Өфөлә (етәксеһе Н.А.Протопопов; 1915—18 йй. — Лебедев). 1913 й. тәүге художество ойошмаһы — Өфө рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте (ҡара: Өфө сәнғәт түңәрәге) ойошторола, 1916—17 йй. уның күргәҙмәләрендә башҡорт Һ.с. нигеҙ һалыусылар Ю.Ю. Блюменталь, Ҡ.С.Д әүләткилдеев, М.Н.Елгаштина, В.С.Сыромятников, А.Э.Тюлькин һ.б. ҡатнаша. Улар Рәсәй художество уҡыу йорттарында белем ала һәм рус реалистик сәнғәт традицияларын үҙләштерә. Был оҫталарҙың төбәктә Һ.с. барлыҡҡа килеүендә йоғонтоһо көслө була, уларҙың ижади эшмәкәрлеге респ. Һ.с. бөтә төрҙәрен юғары рухи һәм проф. кимәлгә күтәреү нигеҙе булып тора. Урындағы рәссамдарҙа рәсем сәнғәтенең биҙәү‑пластика үҙенсәлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы Д.Д.Бурлюк уята.

20‑се йй. Өфөлә бер нисә изостудия һәм художество оҫтаханаһы, ш. иҫ. В.И.Ленин ис. эшселәр клубында (етәксеһе Дәүләткилдеев) һәм тимер юлсылар клубында (етәксеһе А.П. Леж­нев), ойошторола. 1926 й. Башҡорт сәнғәт техникумында (ҡара: Сәнғәт училищеһы) художество бүлеген асыу рәссамдарҙы проф. йәһәттән әҙерләүгә нигеҙ һала. 1925—32 йй. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалы эшләй. Уның күргәҙмәләрендә Рәсәй рәссамдарының ҡатнашыуы ижади тәжрибә м‑н уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә. Был йылдарҙа хөкүмәт норматив документтар м‑н сәнғәт тематикаһын билдәләй, хәҙ. совет тормошо төп темаға әйләнә (ҡара: Социалистик реализм). 30‑сы йй. Башнаркомпрос, Рәссамдар союзы һәм Башҡорт художество музейы (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге художество музейы) коллективлаштырыу, сәнәғәт һәм мәҙәни төҙөлөш темаларына әҫәрҙәр конкурстары үткәрә. Был осорҙа тарихи жанр (Лежнев), пейзаж (Тюлькин), портрет (Дәүләткилдеев), рәсем сәнғәтендә тормош‑көнкүреш жанры (Сыромятников, Урядов); уникаль графика (Блюменталь, Дәүләткилдеев, Елгаштина, Л.В.Петухов, Б.М.Пискунов); сатирик (ҡара: Карикатура) һәм китап графикаһы (Р.Ғ.Ғүмәров), сценография (М.Н.Арыҫланов, Ғ.Ш.Имашева) үҫеш ала. Башҡ‑н рәссамдары Октябрь рев‑цияһының 10 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә (Мәскәү, 1927), “Совет Рәсәйенең милли төбәктәр рәссамдары” сит ил күргәҙмәһендә (Сан‑Диего ҡ., АҠШ; 1929) ҡатнаша. Һ.с. м‑н бергә сәнғәт ғилеме үҫешә (Л.В. Казанская, Сыромятников һ.б.).

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғүмәров, Дәүләткилдеев, Имашева, Г.В.Огородов, К.Е.Орлов, А.Т.Платонов, Н.М.Чаплыгин, С.В.Шишков хәрби осор хроникаһын тәшкил иткән һүрәттәр серияһын ижад итә. Өфөлә Ленинградтан, Мәскәүҙән, Украина ССР‑ынан эвакуацияланған рәссамдар, ш. иҫ. скульпторҙар С.Д.Тавасиев, Лина По, В.Г.Морозова, эшләй; “Тыуған ил өсөн”, “Башҡортостан — фронтҡа” темаларына арналған әҫәрҙәр, Украина ССР‑ынан эвакуацияланған музейҙар коллекциялары күргәҙмәләре ойошторола. 1941—43 йй. Воскресенск районының Воскресенск а. В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑ты эргәһендәге Мәскәү урта художество мәктәбе эвакуацияла була; Мәскәү рәссамдары инициативаһы м‑н унда Воскресенск картиналар галереяһына нигеҙ һалына.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда Һ.с. халыҡ героизмы, тыуған ер гүзәллеге төп темаларға әйләнә һәм уларға В.П.Андреев, Н.Н.Анисифорова, Б.Д.Ежов, Р.У.Ишбулатов, Ғ.С.Мостафин, Платонов, Тюлькин, А.В.Храмов һ.б. үҙ ижадын арнай. 1955 й. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы үткәрелә. Унда өлкән быуын оҫталары м‑н бергә идеологияға буйһондоролған сәнғәт сиктәренән үтеп, үҙ ижади үҙенсәлеген раҫлаусы яңы формалар табырға ынтылған йәш рәссамдар А.Д.Бурзянцев, Б.Ф.Домашников, Ф.А.Ка­щеев, А.А.Кузнецов, Ә.Ф.Лотфуллин, Р.М.Нурмөхәмәтов, В.А.Позднов, П.П.Салмасов һ.б. ҡатнаша. 50—60‑сы йй. монументаль һәм станок скульптураһы үҫеш ала. Күренекле оҫталар — З.Р.Басиров, Ғ.И.Мөхәмәтшин, Т.П.Нечаева, Б.Д. Фузеев. Станок скульптураһында был осорҙа башлыса портрет жанры үҫеш ала.

60—70‑се йй. — Һ.с. сәскә атҡан осор: уның бөтә төрҙәре һәм жанрҙары үҫешә. Рухи тәрәнлек, күҙгә бәрелеп торған декоративлылыҡ, тәьҫирлелек м‑н айырылып торған башҡорт мәктәбенең үҙенсәлекле һыҙаттарын үҙләштерә. Жанрлы, портрет, пейзаж рәсем сәнғәте үҫешә; быға даими үткәрелеп торған һәм башҡорт рәссамдары өсөн ҡаҙаныштар смотры булыу м‑н бер рәттән үҫеш мәктәбенә әйләнгән респ., зона, бөтә Рәсәй, бөтә Союз күргәҙмәләре булышлыҡ итә. Башҡорт графикаһы үҫешенең яңы этабы эстамп (Р.М.Агишев, А.Г.Королевский, Б.Я.Палеха, Э.М.Сәйетов, Ш.Ғ.Чанышев) һәм плакат оҫталарының (А.А.Астраханцев, В.Я.Батищев, С.А.Фадеев, А.А.Холопов) ижади эшмәкәрлеге башланыуға бәйле. Сценографияла өлкән быуын оҫталары м‑н бергә С.М.Кәлимуллин, В.И.Плекунов, И.Ә.Саяпов, Ю.А.Фуртат эшләй. Ҡала төҙөлөшө үҫеше м‑н респ. йәмәғәт, торлаҡ һәм сәнәғәт биналарын художестволы биҙәү әүҙемләшә (ҡара: Архитектура), был монументаль сәнғәттең төрлө төрҙәре үҫешенә булышлыҡ итә. Һынлы сәнғәт белеменә (1968 й. ӨДСИ‑лә һынлы сәнғәт ф‑ты асыла; ҡара: Сәнғәт институты) һәм рәссамдарҙың проф.

оҫталығын арттырыуға ҙур иғтибар бирелә, улар СССР, РСФСР рәссамдарының ижади дачаларында күренекле оҫталар етәкс. эшләү мөмкинлегенә эйә була.

80—90‑сы йй. Башҡортостан Һ.с. тотороҡло милли, стиль үҙенсәлектәре сигенән сығыу мөмкинлеге биргән тенденциялар үҫеш ала. Йәмәғәт тормошо демократик йүнәлешкә күсеүгә бәйле рәссамдарҙың ижади фекерҙәре үҙгәрә һәм улар ысынбарлыҡты үҙенең донъяға ҡарашынан сығып сағылдырырға ынтыла. Үҙ эштәрендә яңы формаларға — Е.А.Винокуров, Е.О.Клеймёнов, С.Б.Краснов, М.Д.Кузнецов, У.Ғ.Мөхәмәтшин, И.Х.Нәсибуллин, М.Г.Спиридонов, И.И.Фартуков, Р.С.Хәбиров, график һүрәттәрендә Р.Р.Абдуллин, В.Н.Лесин, Р.Р.Мәғлиев, О.А.Самосюк мөрәжәғәт итә. 20 б. башындағы рус авангарды традициялары һәм Көнбайыш Европа мәҙәниәте Р.З.Ғарифуллин, Р.Х.Ғәйетов, М.И.Дәү­ләтбаев, С.Н.Игнатенко, Р.Ф.Исмәғилев, С.А.Лебедев, М.А.Назаров, Н.А.Пахомовтың рәсем сәнғәте эштәрендә; Н.А.Калинушкин, В.Г.Лобанов, Ф.С.Нуриәхмәтовтың ҡайһы бер скульптур композицияларында; Р.Й.Миңлебаев, А.Р.Тереғолов графикаһында яңы һулыш ала (ш. уҡ ҡара: Ассамбляж, Инсталляция, Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар).

Көнсығыш һәм Европа мәҙәниәтенең үҙ‑ара йоғонтоһо Н.Ғ.Байбурин, Н.С.Латфуллин, В.М.Ханнанов, Р.З.Харисов, Р.Х.Әхмәтвәлиев әҫәрҙәренең тематик һәм стилистик йү­нәлешен билдәләй. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында Һ.с. Р.С.Зәйнетдинов, Ф.А.Исмәғилев, Д.Н. Ишемғолов, Л.Ф.Мөғтәбаров, Ф.С. Шәймөхәмәтов, Х.С.Фазылов һ.б. әүҙем эшләй. Был осорҙоң мөһим үҙенсәлеге булып рәссамдарҙың үҙ ижади ихтыяжына ярашлы төрлө художество төркөмдәренә һәм берекмәләренә берләшеүе тора. Театр декорацияһы сәнғәтенең сәскә атыуы Р.М.Арыҫланов һәм Т.Ғ.Йәнекәев ижады м‑н бәйле.

Респ. художество тормошо С.В.Игнатенко, И.Н.Оськина, Г.Р.Пикунова, Л.Н.Попова, В.М.Сорокина, Э.П.Фенина, Ә.Ғ.Йәнбухтина һ.б. монографияларында, альбомдарында, каталогтарында сағылыш таба. 90‑сы йй. башынан респ. рәссамдарының ижади бәйләнештәре киңәйә, улар бөтә Рәсәй һәм халыҡ‑ара күргәҙмәләрҙә һәм проекттарҙа (ҡара: Һынлы сәнғәт күргәҙмәләре) ҡатнаша.

Башҡортостан рәссамдарының эштәре Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус музейы (С.­Петербург), БДХМ, Рәсәй һәм респ. музейҙары һәм галереялары (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно‑прикладное искусство: кат. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2005; Изобразительное искусство Республики Башкортостан: альбом‑кат. /авт.‑сост И.С.Оськина, М.О.Садыкова. Уфа, 2007.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

См. ИЗОБРАЗИТЕЛЬНЫЕ ИСКУССТВА

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019