Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРИХИ ЖАНР

Просмотров: 1546

ТАРИХИ ЖАНР, әһәмиәтле тарихи ваҡиғалар һәм шәхестәрҙе сағылдырыусы графика, рәсем сәнғәте, скульптура әҫәрҙәрен берләштергән һынлы сәнғәт жанры. Т.ж. йыш ҡына башҡа жанрҙар м‑н берләшеп, аралаш формалар барлыҡҡа килтерә: тарихи‑көнкүреш, тарихи портрет, тарихи пейзаж жанрҙары. Айырыуса ҙур масштаблы алыштарҙы, хәрби ваҡиғаларҙы кәүҙәләндергән һуғыш күренештәре жанры м‑н тығыҙ бәйле. Тарихи образдарҙа символика, аллегория, метафора, һүрәттәрҙә хистәрҙе киҫкенләштереүҙең төрлө алымдары ҡулланылырға мөмкин.

Урыҫ Т.ж. иң яҡшы традицияларын үҙләштергән башҡ. рәссамдарының эштәре Башҡ‑н тарихының киң панорамаһын тергеҙә; улар композиция төҙөлөшө, стиль үҙенсәлектәре, эмоциональ көсөргәнешлелек һәм художество ҡоролошо б‑са драматик, лирик, эпик характерҙа була.

20 б. 20—30‑сы йй. А.П.Лежневтың Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡиғаларына арнап ижад иткән картиналар циклы (“1773 йылда Пугачёв отрядтарының Өфөнө штурмлауы”, 1928; “Салауатты ҡулға алыу”, 1930 һ.б.) Т.ж. үҙенсәлеген билдәләүсе йүнәлешкә нигеҙ һала. П.М.Лебедевтың психологик жанр булараҡ яҙылған “Салауат төрмәлә” (1930), “Салауат станында” (1947) картиналарында передвижниктар традицияларының йоғонтоһо асыҡ һиҙелә. А.А.Кузнецовтың башҡ. рәсем сәнғәтендә бер этапты башлап ебәргән “Салауат Юлаевтан һорау алыу” (1955) картинаһында Салауат Юлаев образы — героик‑драматик стилдә, уның “Ҡурай тураһында легенда” (1961) эшендә һәм Ә.С.Арыҫлановтың (“Салауат”, 1959; “Салауат Юлаев һәм Пугачёв яугирҙар менән”, 1973) һ.б. картиналар циклында күтәренке-поэтик йүнәлештә кәүҙәләндерелгән. Был тема И.И.Ғаянов м‑н Ф.А.Исмәғилевтең “Салауат тураһында иртәк” (2003—04) картиналар серияһында — лиро‑эпик, “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар” (1998—2004) серияһында героик йүнәлештә хәл ителә.

Т.ж. революцион тема сағылыш ала: И.И.Урядовтың “Ҡыҙыл разведка” (1938) һәм “Чапаев дивизияһының Ҡыҙыл Яр янында Ағиҙел йылғаһын кисеүе” (1940), Р.Й.Хәлитовтың “Доброволецтар”, А.Т.Платоновтың “Уралда забастовка. 1905 йыл” (икеһе лә — 1967) һ.б. эштәр. В.И.Ленин т‑дағы картиналар айырым урын биләп тора, тәүгеләрҙән булып Тюлькин, А.П.Лежнев, В.С.Сыромятников уның образын кәүҙәләндерә; был тарихи персонажды һүрәтләүҙә авторҙар башлыса психологик алым ҡуллана: Ғ.С.Мостафиндың “Ш.Ә.Хоҙайбирҙин В.И.Ленин янында” (1947), Б.Д.Ежовтың “В.И.Ленин 1900 йылда Өфөлә” (1959), В.А.Поздновтың “Ленин менән Крупская Өфөлә” (1969) картиналары.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған әҫәрҙәр ҡырыҫ интонациялар м‑н айырыла. В.П.Андреевтың “Госпиталдә концерт” (1942), Г.А.Зыриндың “Тел алғандар” (1944), П.Я.Гавриловтың “Фрицтарға капут”, К.И.Герасимовтың “Башҡорт дивизияһына байраҡ тапшырыу” (икеһе лә — 1945), Р.У. Ишбулатовтың “Еңеү байрамы” (1946) рәсемдәре хәрби йылдарҙың тарихи документтары булараҡ ҡабул ителә. В.П.Пустарнаков картиналарының (“Пулемёт ротаһы”, 1974) нигеҙендә һуғыш ваҡиғаларының тәрән кисерештәре ята. Тарихи-көнкүреш һәм тарихи портрет жанрҙарында яҙылған картиналар хәрби теманы сағылдыра: Кузнецовтың А.С.Пикунов портреты (1972), Ф.А. Кащеевтың “Һалдат әсәһе” (1975), В.Э.Меостың “Алты улы ла хеҙмәт итеп ҡайтты” (2000) һ.б. эштәр.

Тарихи тематика билдәле яҙыусыларҙың Башҡортостанда булыуын һүрәтләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш таба: Ҡ.С.Дәүләткилдеев, Лежнев, Тюлькин картиналарында — А.С.Пушкин (бөтәһе лә — 1937), Р.М.Нурмөхәмәтов — А.П.Чехов (1957), Арыҫланов Л.Н.Толстойҙы (1978) кәүҙәләндерә. Р.С.Зәйнетдинов, Г.Ғ.Калитов, Ә.Ф.Лотфуллин, У.Ғ.Мөхәмәтшин, Нурмөхәмәтов һ.б. рәссамдарҙың төрлө йылдарҙа ижад иткән портреттарында мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре һәм респ. тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр һүрәтләнгән.

Лотфуллиндың “Ауылда Беренсе май. 1930 йылдар” (1969), “Көтөү. 1941 йыл” (1970) һ.б. картиналарында Башҡортостан тарихындағы һынылыш мәлдәр сағылдырыла. Нурмөхәмәтовтың күп фигуралы “Шәриғәт ҡорбандары” (1969) композицияһында милли тарихтың көсөргәнешле мәлдәре күҙ алдына баҫтырыла.

20‑се йй. аҙ. — 70‑се йй. уртаһындағы Т.ж. әҫәрҙәре ябай һәм аныҡ реалистик телдә яҙылыуы м‑н айырылып тора; 70‑се йй. аҙ. рәссамдар дөйөмләштерелгән символик, метафоралы формаларға мөрәжәғәт итә башлай: С.Б.Красновтың Б.В. һуғышына арналған “Хәтер” (1975), Кузнецовтың “Пугачёвсылар. 1975 йыл” (1986) эштәре, Ә.М.Мәзитовтың “Юлай атай” триптихы, милли геройҙың йыйылма образын кәүҙәләндергән Й.Ә.Сөләймәновтың “Тотем”, Х.С.Фазыловтың “Төш” (бөтәһе лә — 1999) картиналар серияһы, В.Ғ.Шәйхетдиновтың “Салауат” (2004) һ.б. картиналар. Н.С.Латфуллиндың “Сыңғыҙхан” (1992) картинаһындағы экспрессив пластика баҫҡынсылығы м‑н Көнбайыш донъяға ҡаршы торған төрки‑монгол яуын символлаштыра. Ф.Р.Йәрғәлиевтең орнаменталь композициялары — “Сибай” (1990—95), “Башҡорт‑2” (1995) картиналар циклында башҡорттарҙың мәҙәниәте һәм тарихы т‑да уйланыуҙар сағылдырыла. К.Ғ.Ғөбәйҙуллин м‑н Р.Р.Ҡадировтың эпик символика һәм поэтик метафора м‑н һуғарылған ҙур форматлы “Юрматы ере” (1997) картинаһы республиканың нефть промыслаһы райондарының береһенә арналған.

Башҡ. графикаһында Т.ж. Лежнев нигеҙ һала (“Степан Разин Волгала”, 1919; Салауат Юлаевҡа арналған акварелдәр, 30‑сы йй.). Хәлитовтың акварелдәре (“Блюхер рейды”, 1969 һ.б.), Д.А.Фурмановтың “Чапаев” романына Г.В.Прокшиндың иллюстрациялары (1980) һ.б. революцион пафос м‑н һуғарылған. Р.Ғ. Ғүмәров, К.Е.Орлов, Платоновтың фронт һүрәттәре, Ғ.Ш.Имашева, Дәүләткилдеев һ.б. Чернигов кавалерия дивизияһы яугирҙарына арналған портреттары Б.В. һуғышы ваҡиғаларын документаль теүәллектә сағылдырған.

Скульптурала Т.ж. монументтар, һәйкәлдәр, мемориаль ансамблдәрҙән (ҡара: Монументаль сәнғәт) ғибәрәт. Респ. терр‑яһында иң билдәле һәйкәлдәрҙең береһе булған Дуҫлыҡ монументы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы хөрмәтенә ҡуйылған (1965). Т.П.Нечаева Салауат Юлаев образын һәйкәлдәр серияһында (1946—99) һәм бер нисә керамик паннола (“Салауат менән Пугачёв”, 1969; ҡара: Нәфис керамика сәнғәте) мәңгеләштергән. С.Д.Тавасиевтың милли ирек һөйөү тойғоһо символына әүерелгән һыбайлы Салауат Юлаев һәйкәле (1967, Өфө) был теманы үҫтереүҙә яңы этап була; Х.М.Хәбибрахмановтың Салауат Юлаев һәйкәленә (2000, Өфө) образдың һәм пластиканың тәьҫирле булыуы хас (ҡара: Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр).

Революцияла һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлдәр героик‑романтик пафос м‑н һуғарылған: Нечаеваның И.С.Якутовҡа (1951, Өфө), З.Р.Басировтың “Чеверёвсыларға — Дүртөйлө” (1974, Дүртөйлө ҡ.), Л.В.Кузнецовтың “Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы геройҙарына” (1975, Өфө); Б.В. һуғышы геройҙарына: А.П.Шутовтың М.Х.Ғөбәйҙуллинға (1975, Ҡырғыҙ‑Миәкә а.), Нечаеваның М.М.Шайморатовҡа (1983, Ҡырмыҫҡалы а.), Хәбибрахмановтың М.Ғ.Гәрәевкә (1999), В.Г.Лобановтың маршал Г.К.Жуковҡа (2005; икеһе лә — Өфө) һәйкәлдәре. Был тематикала станокта башҡарылған эштәр: В.Г.Морозованың “А.Матросов” (1949), Басировтың “Һалдат тосы” (1975), Б.Д.Фузеевтың “Яуҙан һуң” (1988) һ.б.

Монументаль скульптурала респ. сәнәғәтенең ҡаҙаныштарына бәйле ваҡиғалар мәңгеләштерелгән: Нечаева м‑н Фузеевтың “Башҡорт нефтен тәү башлап асыусыларға” (1969, Ишембай ҡ.), Ю.Ф.Солдатовтың “Нефть һәм газ сығарыу сәнәғәте нефтселәренә” (1982, Яңауыл ҡасабаһы) һәйкәлдәре.

И.А.Менделевичтың В.И.Ленинға һәйкәле (1924, Өфө; Рәсәйҙә тәүге һәйкәлдәрҙең береһе) тарихи портрет скульптураһының өлгөһө булып тора. Һуңынан был образ өҫтөндә Басиров, Нечаева, Фузеев һ.б. эшләй. Нечаеваның С.Т.Аксаковҡа (1959), Л.Е.Кербелдең М.Ғафуриға (1978; икеһе лә — Өфө) һәйкәлдәре, Шутовтың “К.Циолковский” (1987), Басировтың “М.Аҡмулла” (1990), Н.А.Калинушкиндың “Анна Ахматова” (1988) станокта башҡарылған эштәре моделдәрҙең тышҡы ҡиәфәтен аныҡ һынландырыу, форманың гармониялылығы м‑н айырылып тора.

80‑се йй. башынан художестволы реализм традициялары м‑н бергә башҡ. скульптураһында пластиканы ҡатмарландырыу тенденцияһы күҙәтелә: Солдатовтың Б.В. һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙарға мемориаль һәйкәле (1985, Дүртөйлө) һәм сәйәси репрессиялар ҡорбандарына һәйкәле (2000); Калинушкиндың 20 б. локаль һуғыштарҙа һәләк булған БР кешеләренә һәйкәле (Ҡайғылы әсә һәйкәле; 2003; икеһе лә — Өфө). Тарихи‑мемориаль тема Лобановтың скульптур рельефтарында, Калинушкиндың миҙал эшләү сәнғәтендә үҫеш ала.

Башҡортостанда Т.ж. үҫешен иҫтәлекле ваҡиғаларға һәм тарихи шәхестәргә, ш. иҫ. Өфөнөң 425 йыллығына (1999), 1‑се (1995) һәм 2‑се (2002) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарына [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)], Ғ.Туҡайға (1996), Салауат Юлаевҡа (2004), Аҡмуллаға (2006; бөтәһе лә — Өфө), арналған респ. күргәҙмәләре һәм конкурстары сағылдыра.

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно-прикладное искусство: кат. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2005.

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: