Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАБУЛАТОВ Рәсүл Рафиҡ улы

Просмотров: 1102

ҠАРАБУЛАТОВ Рәсүл Рафиҡ улы (18.3.1968, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Урта Муйнаҡ а.), ҡурайсы, актёр, йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2004) һәм атҡ. (1997) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1987; А.М.Айытҡолов класы), ӨДСИ‑не (1991; Р.В.Исрафилов курсы) тамамлаған. 1989 й. алып “Каруанһарай” фольклор‑эстрада төркөмө солисы, ҡурайсыһы, бер үк ваҡытта 1994—96 йй. БР Милли Йәштәр театры актёры, 2007 й. һәм 2014 й. башлап — Конгресс‑холл, 2011—14 йй. — Башҡ. филармонияһы директоры. Ҡурайсы булараҡ репертуарында башҡ. һәм сит ил халыҡ көйҙәре: “Бала ҡарға”, “Баяс”, “Ҡарт һалдат маршы”, “Сибай”, “Хисам”, “Кондор осошо” (“Полёт кондора” Боливия халыҡ йыры); йырсы булараҡ — З.Ғ.Исмәғилев, С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов М.Х.Әхмәтов әҫәрҙәре, “Бейеш”, “Порт-Артур”, “Тәфтиләү” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары. Милли Йәштәр театры сәхнәһендә Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр” спектаклендә Тәлғәт, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са ш. уҡ исемле спектаклдә Салауат ролдәрен уйнай. К/ф ролдәре: Ҡурамша Йәнбирҙин (“Сөмбөлдөң етенсе йәйе”, 2002), Мәрәһим (“Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ”, 2005; икеһе лә — “Башҡортостан” к/ст) һ.б. Мәскәүҙә (1997, 2007), Төркиәлә (Истанбул ҡ., 2006) БР көндәрендә, Венгрияла (Сегед ҡ., 1996), Францияла (1997, 2001, 2008) халыҡ‑ара фольклор фестивалдәрендә, ЮНЕСКО‑ның штаб‑квартираһында БР‑ҙы презентациялауҙа (2008; бөтәһе лә — Париж) ҡатнаша. Рәсәй һәм сит илдәр (Бельгия, Германия, Голландия, Люксембург, Франция һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Й.Иҫәнбаев ис. призға Респ. ҡурайсылар конкурсы (Өфө, 1991), Ш.Бабич ис. пр. (1996) лауреаты.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.09.2023